Ауыл хужалығында хөкүмәт гранттары  2012-cе йылдан алып тапшырыла 03.07.2015

2014 йылға 318 фермер хужалығы грантҡа эйә булһа, быйыл улар 201  хужалыҡҡа артты. Ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында  тырышып эшләүселәр бер юлы ике: Башҡортостан һәм Рәсәй программалары нигеҙендә адреслы ярҙам алыуға ирешә ала. Өс йыл эсендә гранттарҙың дөйөм күләме 889  миллион һум тәшкил иткән.

Архангел районында ла өс йыл эсендә 13 фермер хужалығына 16 миллионлыҡ грант бүленгән. Улар араһында малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр айырым урын алып тора. Азат Солтановтың ғаилә фермаһында 75 баш һарыҡ малы бар. Көтөүлектәр мул ерҙә һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү артыҡ сығымдар талап итмәй.
Рим Солтанов, ғаилә фермаһы ағзаһы: «Грант алғас, ҡуйҙарҙы үрсетәсәкбеҙ, ябай һарыҡтарҙы бер йыл буйына һимертергә кәрәк, ә ҡуй ярты йыл эсендә 20 -24 кг тарта. Бер-ике тапҡыр бәрәсләй».
Гүзәл Солтанова, ғаилә фермаһы ағзаһы: «Мәсеткә ҡорбан салырға киләләр, ауылға килеп салалар, артыҡ ҙур хаҡ ҡуймайбыҙ. Халыҡта ихтыяж булғас, һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнергә булдыҡ».
Солтановтар кеүек ауыл уңғандары Ҡырмыҫҡалы районында осрашты. Үҙ эшен артабан үҫтереүгә грант алыусыларҙың шатлығы ҙур. Уларҙың күбеһе  бер -нисә ынтылыштан үҙ маҡсатына ирешкән.
Йоманғәле Дехкамбаев, хөкүмәт грантына лайыҡ булған хужалыҡ етәксеһе:
«Беҙ 1800 мең грант алдыҡ. Аттар һатып аласаҡбыҙ, техниканы яңыртасаҡбыҙ».  
Уңған, тырыш, йүНсел һәм сәмселдәр эшҡыуарлыҡ идеяларын һәм проекттарын ауыл хужалығы министрлығының махсус комиссияһына ҡыйыу тәҡдим итә ала. Быйыл тапшырылған гранттар ауыл хужалығын ныҡлы нигеҙле итергә булышлыҡ итәсәк .
Азат Йыһаншин, Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе  урынбаҫары: «Бөгөн тапшырылған гранттар фермерҙар өсөн мөмкинлектәр бирәсәк биш меңдән ашыу һыйыр малы, биш йөҙ техника алырға, алты меңдән ашыу йылғы малын ишәйтергә».
Бөгөн ауыл хужалығына егелгән уңғандарҙың яҙмышы ер яҙмышы менән бәйле. Ҡырмыҫҡалы ерендә йыйылып, хөкүмәт яҡлауын алғандар маҡсаттарынан тайпылмай, илдең данын тырыш, намыҫлы хеҙмәте менән  күтәрергә вәғәҙә бирҙе.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика