Ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итә

Ауыл хужалығы йәрминкәләре дауам итә 08.11.2014

Бөгөн баш ҡалала ете сауҙа майҙаны эшләне. Өфө халҡы  Шишмә, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм башҡа райондарҙан килтерелгән ауыл хужалығы продукцияһын һатып алды.

«Йәштәр» һарайы алдында ойошторолған сауҙа майҙанынан кеше өҙөлмәй.  Борай районынан килтерелгән кәбеҫтәне халыҡ күпләп ала.  Бер сәғәт тигәндә, эшҡыуарҙың йәшелсә тейәлгән машинаһы яртылаш бушаны.
Райондан килгән хужалыҡтар өсөн йәрминкәлә урындар бушлай бүленә. Шуға күрә үҙең үҫтергән йәшелсә, малды сағыштырмаса отошло хаҡҡа һатырға мөмкин. Кушнаренко районы Ғүмәр ауылынан килгән ханым һатыуға килтергән итте кире алып ҡайтырға тура килмәй тип һөйөнә.
Хаҡтарға килгәндә, йәйгеһе менән сағыштырғанда йәшелсәгә бер аҙ күтәрелгән. Шулай ҙа  баҙар хаҡтарынан 10-15 процентҡа түбән.  Мәҫәлән, картуф, кәбеҫтә, кишерҙең килограмын  18, һуғанды 20 һумға алырға мөмкин. Ҡош ите - 150, һыйыр ите 200 һумдан  һатыла. Халыҡтың хаҡтарға ҡарашы төрлө.
Йәшелсә йәрминкәләре ҡышҡа тиклем дауам итә. Декабрҙә уларҙы ит йәрминкәләре алыштыра.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку