Ауыл хужалығы өсөн яуаплы осор яҡынлаша

Ауыл хужалығы өсөн яуаплы осор яҡынлаша 07.04.2017

Әле хужалыҡтарҙа яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлектең ҡыҙған мәле. Ремонт оҫтаханаларында техникалар  төҙөкләндерелә, запас частәр алына, орлоҡ тейешле кондицияға  еткерелә.  Әбйәлил районының алдынғы хужалыҡтарының береһе «Красная Башкирия»ла был йәһәттән эштәр йылдам бара.

Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Фәхрисламов етәкселегендәге «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы  төбәктә генә  түгел, ә  республика кимәлендәге алдынғы хужалыҡ. Бында игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә йылдың-йылы юғары уңыштарға өлгәшәләр, эште һәр ваҡыт заман технологияларына таянып алып баралар. Уларҙың  эш тәжрибәһе күптәргә өлгө.  Бөгөн хужалыҡтың техника паркы  сит ил машиналары менән яныртылған. Сит  илдә  етештерелгән сәскестәр, комбайндар,  сапҡыстар,  башҡа өр-яңы агрегаттар үҙ һөҙөмтәһен бирә. Әйтергә кәрәк, күп ваҡытта тимер аттарҙы сафҡа әҙерләү, яңыларын  ҡороу  өсөн сит илдән махсус белгестәр  саҡыртыла. Бындай эш алымдарын бөтә хужалыҡтар ҙа файҙалана алмай.
Метью Андерсен, ауыл хужалығы буйынса америка белгесе: «Баҫыуҙа ҡорамалдарҙы тикшерәм. Әгәр ҙә техникаға бәйле һорауҙар тыуа икән, уны шунда уҡ хәл итергә, хужалыҡ етәкселеге ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ярҙамлашам. Бер һүҙ менән әйткәндә, минең бурыс сәскестәрҙең эшмәкәрлеген тәьмин итеү».  
Бөгөн хужалыҡта  бөтәһе иллегә яҡын берәмек  техника иҫәпләнә. Техника  Паркы йыл һайын яңыртылып тора.  Ауыл  хужалығы ҡорамалдары һатып алыуға ла аҡса йәлләмәйҙәр.
Ремонт талап ителгән ауыл хужалығы техникаһын яҙғы сәсеүгә  тулыһынса  әҙерләү  механиктар  һәм тракторсыларҙың  төп бурысы. Яңы технологиялар менән сәсеү, шулай уҡ урып йыйыуҙы эшселәр сит ил  техникаһына таянып атҡара.  
Фәрит Кәримов, «Красная  Башкирия» хужалығы механизаторы: «Әҙерлек эштәре планға ярашлы бара. Яҙ иртәрәк килә. Шуға ҡарамаҫтан барыһын да ваҡытында атҡарып сығырбыҙ тип уйлайым. Сөнки уңыштың нигеҙе сәсеү эштәренең сифатлы башҡарылыуынан тора. Техникалар  90 проценҡа әҙер. Кешеләр ҙә ҡыр эштәренең башланыуын көтөп кенә тора».  
Белеүебеҙсә, был хужалыҡтың  аграрийҙары  сит илдән үҙләштерелгән Ноутил,  стриптил  технологияларын  киң  ҡуллана. Был алымдар  уңышты  арттырыу һәм иң мөһиме ҡоролоҡҡа бирешмәү өсөн яйлы.  Был технология  республиканын көньяғы өсөн бик  актуаль. Белгестәр  әйтеүенсә, ошо алымдар төрлө яҡлап та һыналған һәм уны һәр хужалыҡта ла ҡулланыу мөһим. Быйылғы   миҙгелдә  хужалыҡта  заманса технологиялар менән эш итеү,  тикшеренеүҙәр алып барыу  дауам итәсәк.
Николай Гапон, аҙыҡ-түлек һәм тупраҡ эшкәртеү компанияһы менеджеры:  «Хужалыҡ баҫыуҙарында кукуруз үҫтереүҙең алты йүнәлешен тикшереп ҡарарға ниәтләйбеҙ. Төрлө сәскестәр, ноутил һәм стриптил технологиялары менән бер рәттән, сәсеү тиҙлеген, ергә ашлама һәм орлоҡ индереү нормаларын ентекләп өйрәнергә кәрәк. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса төбәк өсөн юғары уңыштың иң яҡшы параметрҙарын билдәләмәксебеҙ».
Бөгөн күптәр өйрәнелгән ҡалыптан баш тарта алмай, ә ергә яңы ҡараш кәрәк, заман шуны талап итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку