Ауыл хужалығы министрлығынан алынған һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала ярауай культуралар сәсеү 31 мең гектарҙа башҡаралған

Ауыл хужалығы министрлығынан алынған һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала ярауай культуралар сәсеү 31 мең гектарҙа башҡаралған 02.05.2015

Был планға ҡарата 2 процент.  Сәсеү компанияһына әле 36 район эшсәндәре тотонған.

Яуаплы эшкә Баймаҡ районы хужалыҡтары ла әүҙем ҡушылды.  Ленин исемендәге ауыл хужалығы баҫыуҙарын  әле өс трактор иңләй. Ҡырға сығыр алдынан техникалар ентекле тикшереү үткән. Быйыл ауыл хужалығының сәсеү майҙаны 900 гектарға арттырылған. Хужалыҡ  барлығы 450 тонна орлоҡ әҙерләгән. Сәсеүҙе 20 майға тамамлау күҙаллана.
Баймаҡ районының «Таң» ауыл хужалығы ла баҫыу эштәренә тотондо. Аграрийҙар 3 мең гектарҙан ашыу майҙанға яҙғы культура сәсергә ниәтләй. Бер нисә көн дауам иткән ямғырҙар ергә дым өҫтәгәнлектән, шытым яҡшы булыр тигән өмөттә хужалыҡ рәйесе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку