Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө октябрҙә билдәләнеүгә ҡарамаҫтан , Башҡортостан аграрийҙары ҡыр эштәре тамамланғас байрам итергә күнеккән

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө октябрҙә билдәләнеүгә ҡарамаҫтан , Башҡортостан аграрийҙары ҡыр эштәре тамамланғас байрам итергә күнеккән 13.11.2014

Быйыл ул 14 ноябргә тәғәйенләнгән.

Байрамда республиканың 55-се төбәгенә әйләнгән Ҡырымдың Белогорск районы вәкилдәренең дә ҡатнашыуы көтөлә. Тап ошо районды Башҡортостан үҙ ҡанаты аҫтына алды ла инде. Украина составында оҙаҡ йылдар иғтибар күрмәгән Белогорск районына республика ҙур ярҙам күрһәтте. Торлаҡ-коммуналь, ауыл хужалығында, мәғариф һәм социаль өлкәлә лә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү ойошторолдо. Башҡортостан Ҡырымға ун биш комбайн оҙатты. Быға тиклем дә ҡымыҙ бешеү менән шөғөлләнгән хужалыҡҡа башҡорт тоҡомло йылҡы малы ебәрелде. Белогорск районы вәкилдәре әйтеүенсә, республика күрһәткән ярҙам баһалап бөткөһөҙ һәм үҙ һөҙөмтәләрен бирә.
Василий Мамонтов, Белогорск районының агросәнәғәт үҫеше идаралығы етәксеһе: «Ярҙам, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ булды. Беҙ күптән бындай иғтибарҙы күргәнебеҙ юҡ ине. Һеҙ ебәргән ун биш комбайн райондың 50 процент баҫыуҙарында уңыш йыйҙы. Ҡырымдың ауыл хужалығы тармағы Башҡортостандан ике тиҫтә йылға артҡа ҡалған. Шуға күрә һеҙҙән өйрәнәһе эштәр байтаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку