Ауыл хужалығы эшсәндәре ярышты 10.06.2014

Һөнәрҙең абруйын арттырыу, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында һауынсылар, малсылар араһындағы республика конкурсы йыл һайын ойошторола.

Һөнәрҙең абруйын арттырыу, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында һауынсылар, малсылар араһындағы республика конкурсы йыл һайын ойошторола.
Баймаҡ ауыл хужалығы эшсәндәре сираттағы бәйгегә «Рассвет» ауыл хужалығы предприятиеһының йәйге лагерына йыйылды. Ауыр хеҙмәт талап иткән һауынсылыҡ эшен хәҙер үҙ итеүселәр һирәк. Махсус белемле булғандар ҙа аҙ. Һөттөң сифаты һәм дөйөм күрһәткестәр уларҙың эш тәртибен, талаптарҙы белеүенә туранан-тура бәйле. Бындай конкурстар бәйге генә түгел, ә белем камиллаштырыу, хаталар өҫтөндә эш дәрестәре лә булып тора, ти ойоштороусылар.
«Йылайыр» хужалығынан Нурсилә Ишмөхәмәтова - былтырғы конкурста беренселекте яулаған конкурсант. Тиҫтә йылдан ашыу Ҡарамалы фермаһында һауынсы булып эшләй. Конкурс ауыл хеҙмәтсәндәренә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә ынтылыш бирә, дәртләндереп ебәрә, ти ул.
Бәйгелә һауынсыларҙан тыш, малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса белгестәр ҙә ярышты. Был да ауыл хужалығында актуаль проблема.Әйтергә кәрәк, «Рассвет» ауыл хужалығы белгесе Вәкил Юнысбаев был эштең бар нескәлектәрен белә. Ул район, республика конкурстары еңеүсеһе, 2008 йылда Бөтә Рәсәй ярышында 74 конкурсант араһында 8-се урынды яулай.
Конкурс дүрт этапта үтте. Бәйгеселәр теоретик һорауҙарға яуап бирҙе, ваҡытҡа һауыу аппаратын ҡороп-йыйҙы, һауыу тәртибен ғәмәлдә күрһәтте. Һауынсылар араһында беренселеккә «Ленин» ауыл хужалығынан Мөнирә Сирбаева сыҡты. Әйткәндәй, үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса ул һәр һыйырҙан 6780 килограмм һөт һауыуға ирешкән. Яһалма ҡасырыу эшендә «Нәҙершин» крәҫтиән-фермер хужалығынан Марина Семеноваға етеүсе булманы. Егәрле ҡатын һауынсылар бәйгеһендә лә ҡатнашып, өсөнсө урынды яуланы.
Мәрйәм Байрамғолова


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика