Ауыл хужалыҡтары өсөн ҡыҙыу мәл

Ауыл хужалыҡтары өсөн ҡыҙыу мәл 17.06.2015

Республика аграрийҙары мал аҙығы әҙерләй. Нуриман районында бөгөн план 10 процентҡа яҡын үтәлгән. Быйыл унда өс ауыл хужалығы бергә ҡушылып эшләй. Был уңыш йыйыуҙы күпкә еңәләйткән.

Баҫыуҙа трактор гөрләүе таңғы алтынан ишетелә башлай. Механизаторҙар кәзә үләнен сабып, сенаж, бесән әҙерләй. Трактор үләнде рулондарға төрә. Был күпкә уңайлы, эште лә тиҙләтә. Ә  сенаж  һауын күрһәткестәрен арттырырға ярҙам итә. Механизаторҙарға ла заманса техникаларҙа эшләүе уңайлы. Рафаэль Ғәлимов 30 йылдан ашыу баҫыуҙа тир түгә. Уның һөнәрен улы ла дауам итә.
Быйыл хужалыҡ  мең ярым тонна бесән, 9 мең тонна сенаж әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Әле эш ҡыҙыу бара. Хәйер, техника ла етерлек, хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған.
Мансур Хәйҙәров, «Иҙел» ауыл хужалығы етәксеһе: «Быйылдан башлап  Нуриман районының өс хужалығы бер агрогруппаға керҙек, бер агрогруппа өҫтөндә эшләйбеҙ. Беҙҙең агрогруппа бөтөн район буйынса, шуның өсөн бер яҡта иртәрәк өлгөрһә, икенсе яҡта һуңғараҡ.Сәсеүҙе лә, мал аҙығын әҙерләүҙе лә беҙҙең агрофирма иртә башланы».
Кәзә үләне мал өсөн яҡшы аҙыҡ. Шулай уҡ уның  юғары сифатлыһын йәйгеһен бер нисә тапҡыр сабып алырға мөмкин. Сабылған баҫыуҙар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңынан йәшел үлән менән ҡаплана. Шулай уҡ был культура 10 йылдан ашыу уңыш бирә ала. Унан саҡ ҡына люцерна менән клевер ҡалыша.
Глүс Саҡаев, Нуриман районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары: «Бер ай-ҡырҡ көндән яңынан сабып алырға мөмкин буласаҡ. Мин үҙем мерка ҡуйып тикшереп ҡараным көнөнә 7-8 сантиметрға үҫә.  Беҙҙең быйылғы план  мал башына 32 аҙыҡ берәмлеге етештерергә тейешбеҙ».
Ошо «Камаз»ға 6 тонна ярым сенаж һыя. Көн һайын йөҙҙән ашыу  техника мал аҙығын фермаға ташый. Һауа торошо ла яҡшы. Был киләсәктә мул уңыш алыуға өмөт бирә, ти ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика