Ауыл хеҙмәтсәндәренең һабан байрамы Әбйәлил районында ла үтте

Ауыл хеҙмәтсәндәренең һабан байрамы Әбйәлил районында ла үтте 06.06.2016

Икмәк булһа  йыр ҙа була тигәндәй, ауыр ер  эшенә , хеҙмәткә һөйөү тематикаһы һабантуйҙын төп иғтибар үҙәгендә булды. Кино йылы айҡанлы ойошторолған саралар, билдәле  фильм персонаждары  ҡатнашлығындағы картиналарҙан өҙөктәр халыҡ байрамдары менән үрелеп барҙы. Күнелле байрам программаһын  һибәләп яуған ямғырҙар ҙа туҡтата алманы.

Сәхнә янындағы төп майҙанда ябай хеҙмәт кешеләре - укытусылар, табиптар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм хеҙмәт ветерандары. Кино йылына арнлаған сара «Әбйәлил  ере тураһында легенда» тип аталған сара барыһын да бергә туплаған. Төп тематика - Ер әсә, тыуған илгә һөйөү сабый саҡтан уҡ, ғаилә тәрбиәһенән, хеҙмәттте һөйөүҙән башлана.
Кем генә булһан да, ҡайҙа ғына йөрөһән дә һинен тамырын тыуған еренә, унын тупрағына бәйләнгән. Ошо һабантуйҙа быйыл мәктәпте тамамлаясаҡ Әбйәлилден йәш быуына, киләсәге тыуып үскән еренә тоғолоҡ хакында ант бирҙе.
Майҙандын төп геройҙары әлбиттә баҫыу батырҙары- игенселәр. Быйыл район 61 меңдән ашыу майҙанда сәсеү эштәрен башҡарған. Унын ин ҙур өлөшө иген культураларына тура килә. Алдынғы механизаторҙар менән бергә ауыл хужалығынын төрлө тармаҡтарында эшләгән кешеләр сәхнәгә сыҡты, ауыр хеҙмәтенен лайыҡлы баһаһын алып ҡыуанды.
Әбйәлил ере республикабыҙға бик күп халык байрамдары сығарған төбәк. Уларҙын ин сағыуы‐ кейеҙ баҫыу, һандыҡ шоу байрамы, айыҡ ауыл конкурстары хәҙер бөтә республика кимәлендә үткәрелә.
Һәр төбәктен үҙенә генә хас һабантуйы ул халҡыбыҙҙын бар булмышын, традицияларын, кәсебен, ауыҙ тел ижадын бергә йыйыған байрам. Әбйәлилдә лә ул үҙенсәлекле үтә, ин мөһиме ошо яҡтын күркәм кешеләрен, уларҙын уныш ҡаҙаныштарын, аш һыуын, ғөрөф ғәҙәттәрен асыҡ сағылдырған сара булыуына шик юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку