Ауыл кешеһенә мал һуйыу тыйыла

Ауыл кешеһенә мал һуйыу тыйыла 05.01.2015

1 ғинуарҙан  мал итен һатыуға сығарыуҙы сикләүсе регламент ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, сауҙаға сығарылған ит мотлаҡ рәүештә мал һуйыу цехтарында эшкәртелергә тейеш. Кире осраҡта ветеринарҙар рөхсәт ҡағыҙы бирмәйәсәк. Әле республикала ошондай 39 махсус пункт эшләй. Ләкин төбәк өсөн был аҙ. Ҡайһы бер төпкөл райондарҙа йәшәүселәргә мал һуйыу өсөн әллә нисә саҡрым юл үтергә тура килә. Килеп тыуған мәсьәләне нисек хәл итергә?

Ауыл кешеһе көткән малын шартына килтереп һуйырға өйрәнгән. Һуғым мәле хатта, байрам һымаҡ көтөп алына.  Мал салыуға туған-тыумаса, күрше-күлән саҡырыла, ҡатын-ҡыҙҙар бергәләп эсәк-ҡарынын йыуа, һуңынан күмәкләп әҙер аштан ауыҙ итәләр.  Иттең  ҡышҡа етерлеге келәттәргә эленә, артҡаны һатыла.  Әммә бынан ары үҙ кәртәңдә һуйған мал итен сауҙаға сығарып булмаясаҡ . Сөнки һатырға уйлайһың  икән малды махсус цехта ғына һуйҙырыу шарт. Яңы индерелгән техник регламент шуны талап итә.    
Бүздәк районында йәшәүсе Кинйәкәевтар тиҫтәнән ашыу баш мал тота. Ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн малсылыҡ элек-электән төп табыш һанала. Ләкин һуңғы йылдарҙа был шөғөлдән ҙур табыш алып булмай, шуға ла мал тотоусылар кәмегәндән кәмей, ти Земфира ханым. Ғүмере буйы малсылыҡ менән шөғөлләнгән кешеләр өсөн был ғәҙәткә ингән. Ләкин малды һуйыу оло йәштәгеләргә  ауырлыҡ тыуҙыра.
Бүздәктә  малды  һуйыу цехтарына ташыу эше район кимәлендә ойошторолған. Әлбиттә, эргәһендә генә мал һуйыу цехтары булған оло йәштәгеләргә еңел, сөнки бының өсөн әллә ҡайҙа йөрөйһө түгел.  Яңы техник регламентҡа ярашлы,  һатыуға сығарылған иткә ветеринарҙар тамға ҡуйырға тейеш.  Йәғни, хужалар  продукцияны  документһыҙ бер ҡайҙа ла тапшыра алмай.  Төпкөлдә йәшәүселәр, был яңылыҡҡа ризаһыҙлыҡ белдерә. Сөнки малды махсус  цехтарға алып барыу өҫтәмә сығымдар талап итә. Иттең хаҡы былай ҙа түбән, техник регламент алыпһатарҙар өсөн генә ҡулай, ти мал тотоусылар.
Ветеринарҙар  яңы документтың ыңғай яҡтары ла күп тигән фекерҙә. Сөнки  сауҙа рәттәренә  зарарланған, сифатһыҙ ит йыш эләгә.  Техник регламент  һатып алыусыларҙы төрлө ҡурҡыныс  сирҙәрҙән араларға булышлыҡ итәсәк. Йыл һайын  эхиноккокоз ауырыуын ғына 50-ләп кеше йоҡтора.
Әле республиканың 28 районында дүрт тиҫтәгә яҡын һуғым цехы  эшләй. Ҡалған төбәктәргә  малдарын алыҫҡараҡ  алып барырға тура киләсәк. Бүздәк районындағы һуйыу цехы етәксеһе әйтеүенсә,  һуйыу урыны махсус йыһазландырылырға тейеш.  Уларҙың цехы көнөнә  10 баш  мал һәм 40 сусҡа һуйыу һәләтенә эйә. Хужалар кәрәк икән малды халыҡтан да ҡабул итергә риза.
Бюджетта техник регламентты ғәмәлгә ашырыу өсөн  өҫтәмә сығымдар ҡаралмаған. Шуға күрә, был бурысты  эшҡыуарҙар ярҙамында атҡарып сығырға мөмкин, тигән фекерҙә белгестәр.  Бар төбәктәрҙә лә  халыҡҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу зарур, сөнки яңы ҡағиҙәләр  ил буйынса ғәмәлгә инә.  
Сит илдәрҙә техник регламент күптән эшләй, әле яңы ҡағиҙәләр Рәсәй менән бер рәттән элекке создаш республикалар - Ҡаҙағстан, Белорусияла ла индерелә.  Тик был документ малға күҙ төбәп  йәшәгән  ауыл кешеһе иҫәбенә генә башҡарылмаһын ине.  Юғиһә, мал тотоуҙың бөтөнләй файҙаһы ҡалмаясаҡ. Ә малсылыҡ үҙен иҡтисади яҡтан аҡламай икән, киләсәктә ҡураларҙың бөтөнләй бушап ҡалыуы ихтимал. Был  инде илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс янай  тигәнде аңлата.  Үҙгәреш бөгөнгө импортты алмаштырыу мәлендә айырыуса хәүефле.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика