Ауыл эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осор 07.08.2014

Йәйҙең ямғырлы килеүе сәбәпле, әле мал аҙығы әҙерләү һәм ураҡ эштәре тотҡарлана. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре аяҙ көндөң һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша. Шаран районында әле ужым культураларын урып-һуғыу ахырына яҡынлаша, мал аҙығы ла теүәлләнеп килә.

«Мираҫ» ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында ужым арышы һуғыла. Башаҡтар туҡ, гектар ҡеүәте лә яҡшы ғына. Комбайн бункерҙары тиҙ тула, машинаға бушатып ҡына өлгөр, тип шаярта механизаторҙар. Йыл ямғырлы килеү сәбәпле, ураҡ бер аҙ тотҡарлана, шулай ҙа ужым культураларын һуғыуҙы игенселәр тамамлап килә.
John Deere комбайндары ҡалдырған һалам яҫмаларын да хужалыҡта ла юғалтмаҫҡа тырышалар. Тәжрибәле механизатор Заһир Шәкүров уны пресслауға йәлеп ителгән. Һалам ҡышҡы осорҙа айырыуса ҡәҙерле, уны тәләфләү килешмәҫ, тигән фекерҙә баҫыу батыры.
Хужалыҡта әле мал аҙығын әҙерләү ҙә дауам итә. Силос һәм сенаж һалына. Бесән ҡураларға тултырыла. Дөйөм район күрһәткестәренә килгәндә, шарандар әле мал аҙығын әҙерләүҙе тулыһынса тиерлек тамамлаған. Көстәр уңышты йыйып алыуға йүнәлтелә, тигән фекерҙә урындағы мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Альберт Миңлин.
Ауыл эшсәндәре өсөн аяҙ көндөң һәр минуты ҡәҙерле. Шуға ла күктә ҡояш йылмайыу менән баҫыуҙарҙа эш гөрләй. Үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу - киләһе осорға төп бурыстарҙың береһе, тип билдәләй улар.
Рафиҡ Әхмәтшин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика