Ауыл ерендә кооперация социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүҙең һөҙөмтәле юлы 21.07.2017

Был турала бөгөн Хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына дәүләт ярҙамы буйынса өсөнсө Бөтә Рәсәй семинар кәңәшмәһендә билдәләнде. Фекер алышыуҙа Рәсәй ауыл хужалығы министрының ауыл биләмәләрен үҫтереү департаменты етәксеһе Владимир Свеженец, ил төбәктәренең тармаҡ министрлыҡтары вәкилдәре, Башҡортостандың район-ҡалалар вәкилдәре, аҙыҡ-түлек сәнәғәтселәре ҡатнашты. Конгресс холл фойеһында иһә Башҡортостан тауар етештереүселәренең бай  күргәҙмәһе ойошторолдо.

Йәйҙең һалҡын килеүенә ҡарамаҫтан, Шаран баҫыуҙарында еләк күптән бешкән. Уңдырышлы тупраҡта миҙгел хазинаһының төрлө сорттары өлгөрә. Фермерҙар уны күптән инде күрше республика һәм өлкәләргә оҙата. Яңыраҡ Өфөнөң сауҙа үҙәктәре менән дә килешеү төҙөлгән.

Нөгөш буйында саф кәзә һөтөнән тәбиғи сыр етештереү яйға һалынған. Хужалыҡ етештергән продукцияның күләме бәләкәй, әммә ихтыяж юғары.

Башҡортостан Рәсәйҙең ауыл хужалығы мәркәзенә әйләнә бара. Республикала етештерелгән аҙыҡ-түгел продукцияһы сифатлы, тәмле, экологик яҡтан таҙа. Шуға ла ил  төбәктәре Башҡортостан менән бик теләп хеҙмәттәшлек итә. Һуңғы ваҡытта ғына республика ауыл хужалығы буйынса бер нисә  Бөтә Рәсәй  форумын ҡабул итте. Тимәк уртаҡлашыр өсөн тәжрибә, күрһәтер өсөн ҡаҙаныштар ҙа бар.

Ауыл хужалығында әле төп мәсьәлә бәләкәй етештереүселәрҙең тарҡаулығы. Күләмдәре бәләкәй булғанлыҡтан улар ҙур сауҙа ойошмаларына сыға алмай. Һөҙөмтәлә супермаркет  кәштәләрендә уларҙың тауары юҡ кимәлендә.Тылсымлы сылбырҙы бары тик кооперация өҙә ала тигән фекерҙә белгестәр. Көстәрен бергә туплаусыларға  хөкүмәт тә  ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының ауыл бимләмәләрен үҫтереү департаменты етәксеһе Владимир Свеженец та кооперация мәсьәләһенә туҡталды. Шул уҡ ваҡытта ауыл ерендә йәштәрҙең төпләнеүен тәьмин итеү өсөн социаль инфраструктура тураһында ла оноторға ярамай тип билдәләне ул телмәрендә. Уның фекеренсә,торлаҡ төҙөлөшө, ауылдарҙы   газ, электр, һыу селтәренә тоташтырыу , мәғариф һәм мәҙәниәт усаҡтарының эшләп тороуы , йәғни уңайлы йәшәү мөхите, урындарҙа  тауар етештереү күләменә туранан-тура йоғонто яһай.

Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй күсмә кәңәшмәһе алдынан Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев ауыл хужалығы өсөн берҙәм төбәк  субсидияһы күләмен 4 миллиард һумға тиклем күтәрҙе. Был илебеҙҙең субьекттары, шул иҫәптән Башҡортостанда  эш башлаусы фермерҙарға дәүләт ярҙамы арттырыла тигән һүҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика