Ауыл буйлап һөт йыйып йөрөүсөнө бөгөн һирәк күрәһең

Ауыл буйлап һөт йыйып йөрөүсөнө бөгөн һирәк күрәһең 20.05.2015

Импортҡа алмаш ризыҡ етештереү эшенә шәхси хужалыҡтар дәррәү ҡушылып китә алмай. Сәбәбен белгестәр эштең насар ойошторолоуында һәм хаҡтарҙың түбәнлегенән күрә. Шул уҡ ваҡытта Шаран районында предприятиеларҙан да, шәхси хужалыҡтарҙан да һөт йыйыу юғары кимәлдә ойошторолған.

Ҡаты тәгәрмәсле арба, алюминь флягалар. Торғаны бер тарих күсәгилешлеге. Һөт йыйыусы Юрий Сидоровты ямғыр ҙа, батҡаҡ та ҡурҡытмай, сөнки был кәрәкле ризыҡтың һәр литрында уның 1 һум аҡсаһы ята.
Көн дә килеп торған ҡулаҡсаң булғанда ғына донъя көтөүе еңелерәк икәнлеген күптәр аңлай. Хужабикәләр бигерәк тә.
Шәхси хужалыҡтарҙы ҡышҡы йоҡонан уянды тип әйтһәк, хәтерҙәре ҡалмаҫ, моғайын. Ни өсөн тигәндә, һөт етештереүсе предприятиелар йыл әйләнәһенә эшләй.
Һөт тапшырыуҙа шәхси хужалыҡтарҙың да ҡатнашыуы район өсөн ҙур ярҙам. Уларға ҡағылышлы һандар райондың мәғлүмәт үҙәгендә йыйылып бара.
Хаҡтар мәсьәләһендә предприятеға ла, шәхси хужалыҡҡа ла тиң ҡараш юҡ, сөнки предприятие тигәндәре үҙ продукцияһын бер нисә аралашсы аша ғына тейешле ергә итеп еткерә. Көндәлек һөт «Шаранмолоко» предприятиеһы, артабан Саҡмағош һөт йыйыу пункты аша үткәс кенә Бәләбәй заводына тапшырала. Һөт эшкәртеү заводы Шаран районының үҙендә юҡ.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку