Ауыл биләмәһе башлыҡтары тәжрибә уртаҡлаша 03.06.2015

Баймаҡ районындағы  сираттағы күсмә семинар-кәңәшмә Татлыбай һәм Сибай ауыл хакимиәте биләмәләрендә уҙҙы. Етәкселәр ауылдарҙағы алдынғы эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты, ауылдарҙағы социаль-мәҙәни объекттарҙы ҡараны.  

Был юлы семинар эшендә райондың социаль һәм мәҙәни тармаҡ етәкселәре лә ҡатнашты. Сара Татлыбай ауылы биләмәһендә уңышлы эшләп килеүсе крәҫтиән-фермер хужалыҡтары менән танышыуҙан башланды. Йәйге осорҙа билдәле уларҙың төп эш урыны - йәйге лагерҙарҙа. Тәүге туҡталыш - Зарифа Хәлимованың ярҙамсы хужалығы йәйләүе. Хужабикә Түбәнге Сыртым ҡалаһынан. Сибай хужалығы йылҡыларының бер өйөрөн алып ул райондың йылҡысылыҡ тармағын үҫтереүҙе инвестициялай. Татлыбай йәйләүендә өс кеше эшләй. Көнөнә яҡынса 150-170 литр һөт һауылып ҡымыҙ һатыуға сығарыла. Продукцияны реализациялау юлдары барлана.
Киләсәктә был ерҙән алыҫ түгел урында башҡорт ауылы этнокомплексы асылыуын иҫәпкә алғанда был йәйләүҙең киләсәге бар. Йәйләүҙә ҡымыҙ бешеү йорто төҙөлә, Татлыбайҙың үҙендә ат һарайы ла яңыртып төҙөкләндерелә- ҡышҡы осорға әҙерлек алып барыла.  Ауыл биләмәһендә уңышлы эшләүсе фермер Радик Ишмуллин районда ла танылыу яулап өлгөрҙө. 2012-се йылда йылҡысылыҡ буйынса эш башлай. Артабан көрсөккә төшкән хужалыҡтың 200 баш һыйыр малын һатып ала. Бөгөнгө көндә дөйөм 452 баш малы бар. 28 кешене эш урындары менән тәьмин иткән. Фермер етештергән ҡымыҙ Башҡорт аты фестивалендә лайыҡлы баһа ала. Бөгөнгө көндә һауын буйынса Ишмулин хужалығы күрһәткестәре алдынғы Ленин, Мырҙаҡаев хужалыҡтарынан ҡала өсөнсө урынды биләй.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар Кәрешкә ауылы фермерҙары Линар Әхмәтов һәм Айтуған Йәнтилин хужалыҡтарын ҡараны. Кәрешкә ауылында мәктәп, клуб менән танышты. Шулай уҡ Татлыбайҙа бушаған мәктәпкә күскән ауыл хакимиәте бинаһын, ФАП, башланғыс мәктәп һәм балалар баҡсаһын берләштергән комплексты, быйыл Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығы айҡанлы асылған мемориаль комплекстарҙы ҡараны, сәскәләр һалды.
Артабан семинар Сибай ауылы биләмәһендә дауам итте. Иҫке Сибайҙа  ла ҡатнашыусылар шәхси эш асып ауылдың киләсәген үҫтереүгә булышлыҡ иткән бер‐нисә эшҡыуар менән осрашты.
Шуларҙың береһе-  һатыуҙа үтемле төҙөлөш материалы шлаклы блоктар эшләүсе Шамил Иҫәндәүләтов. Күптән түгел ул Златоуст ҡалаһынан 480 меңгә заводта етештерелгән сифатлы ҡоролмалар алған. Етештереү ҡеүәте алты сәғәттә 680 дана блок. Эшҡыуарҙа өс кеше эшләй. Бынан тыш улар бәҙрәфтәр, беседкалар, һандыҡ һәм мунса ишектәре лә эшләп һатыуға сығара. Сулпылар балалар баҡсаһы, Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе лә семинарҙа ҡатншыусылар иғтибарынан ситтә ҡалманы. Сара ауыл мәҙәниәт йортонда семинар- кәңәшмәнең пленар ултырышы менән тамамланды. Һөҙөмтәләр, етешһеҙлектәр барланды һәм киләсәккә пландар ҡоролдо.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика