Һауылған һөттөң тамсыһы ла юғалырға тейеш түгел

Һауылған һөттөң тамсыһы ла юғалырға тейеш түгел 29.06.2017

2018 йылдың ғинуарынан илдә малсылыҡ тауарҙарын иҫәпкә алыу буйынса автоматлаштырылған система эшләй башлай. «Меркурий»ға тоташыу ветеринар сертификаттар юллау буйынса малсыларҙың эшен еңеләйтергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта үҙгәрештәр бәләкәй етешереүсе мәнфәғәтендә түгел тигән ҡараш та бар. Яңы системаға күсеү буйынса бөгөн республика семинары үтте. Унда эре хужалыҡтар вәкилдәре, ветеринар хеҙмәттәр һәм компьютер системаһын әҙерләүсе белгестәр ҡатнашты.

6000 предприятие, шул иҫәптә 4 меңгә яҡын шәхси хужалыҡ 2018 йылдың 1 ғинуарынан Меркурий системаһында эш башларға тейеш. Белгестәр фекеренсә, яңы технология малсылыҡ өлкәһендә берҙәм мәғлүмәт мөхитен булдыра. Был етештереүсе өсөн дә, ҡулланыусы өсөн дө отошло буласаҡ.
Меркурий системаһын малдың паспорты тип атарға мөмкин. Унда хужалыҡтағы бар мәғлүмәт туплана. Иң мөһиме етештерелгән тауар күләме лә даими теркәлеп бара. Иҫәп өсөн бик уңайлы.
Меркурий системаһын алкоголь етештереүселәр үҙләштергән ЕГАИС менән сағыштырырға мөмкин. Системаға индерелгән ит һәм һөттөң сифатын даими күҙәтеп буласаҡ. Шулай ҙа был тәү сиратта эре хужалыҡтар мәнфәғәтендә тип билдәләй «Рәсәй терәге» йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма директоры Тимур Лоҡманов. Шәхси етештереүселәрҙең баҙарҙан китеүе конкуренцияны кәметә. Һөҙөмтәлә тауар сифатына ла йоғонто яһауы бар.
Башҡортостан «Меркурий» ҙы үҙләштереү буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләп тора. Автоматлаштырылған система әле һынау режимында эшләй. Белгестәр әйтеүенсә, әле уға ҡушылыу  түләүһеҙ һәм ирекле рәүештә башҡарыла. Әммә 2018 йылдың беренсе ғинуарынан, закон тулы рәүештә үҙ көсөнә инеү менән шарттар үҙгәреүе лә ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку