Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуына ҡарамаҫтан, республика аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен туҡтатмай

Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуына ҡарамаҫтан, республика аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен туҡтатмай 23.04.2016

Быйыл 3 миллион 160 мең гектар майҙанда сәсеү эштәре башҡарыласаҡ. Башлыса иген культураларына өҫтөнлөк бирелә. Шулай уҡ 250 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереү ҡаралған. Хужалыҡтар әлегә ужымды, күп йыллыҡ үләнде туҡландырыу, дым ҡаплатыу менән мәшғүл.

Дөйөм алғанда, пландың яртыһы үтәлгән. Был йәһәттән Шарандар ҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. «Шаранагрогаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә орлоҡтар тулыһынса ағыуланған, шул иҫәптән 200-әр тонна һоло менән арпа эшкәртелгән. Яуым-төшөм булмаһа, хужалыҡ сәсеүгә төшәсәк. 4450 гектар биләмәлә ике бригада эшләй. Куйбышев бүлексәһе яҙғы баҫыу эштәрен ғәҙәттәгесә, минималь һәм «ноу-тил» технологиялары буйынса башҡара. Техниканан алты сәскес тә бар.
«Шаранагрогаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре быйыл көҙгө уңыш мул булыр тип өмөтләнә. Былтырғыһы ҡыуандырырлыҡ булмай - гектар ҡеүәте 27 центнер тәшкил итә. Әлегә механизаторҙар техникаларҙы ремонтлай. Улар өсөн махсус кейемдәр ҡаралған, туҡланыу ойошторолған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку