Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы ауыл хужалығы предприятиеларының эшен ярайһы ғына тотҡарланы 19.08.2014

Ямғырҙар эшсәндәргә оҙаҡ ҡына ураҡ менән ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүгә тотонорға ирек бирмәне. Шуға күрә бөгөн һәр аяҙ көн ҡәҙерле. Мөмкинлекте Туймазы районы хужалыҡтары ла ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыша.  

Иҡтисади һәм социаль шарттар һөҙөмтәһендә йәштәр ауылда аҙ ҡала. Быға бәйле предприятиелар йыш ҡына эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ кисерә. Ләкин һуңғы йылдарҙа хәл үҙгәрә башланы, тип билдәләй белгестәр. Комбайнда эшләүсе Фәнүс тә  тыуған еренә төпләнеүҙе хуп күргән, училище тамамлағандан һуң егет ауыл хужалығына эшкә килә.
Әле республика «Үҙәк» МТС хеҙмәте өсөн ҡыҙыу мәл. Хужалыҡ, көндәр ҡоро торған мәлде файҙаланып, урып-йыйыу эштәре менән мәшғүл. Ҡышҡы культураларҙы йыйыу тамам, яҙғыларынан һоло, арпа һәм бойҙай ҡалған. Шулай уҡ район хужалыҡтары ашлыҡҡа кукуруз үҫтерә. Тәүге тәжрибә булыуына ҡарамаҫтан, уңыш ярайһы ғына булған.
Бынан тыш, кукуруз орлоғон ашаған мал һөтлө була, тип билдәләй аграрийҙар. Хужалыҡ былтыр ошо ысул менән 30 гектар кукуруз сәсһә, быйыл культураның майҙаны дүрт тапҡырға артҡан. Әле район баҫыуҙарында һөрөү һәм ҡышҡы культураларҙы сәсеү, һалам йыйыу эше бара.  
Баҫыуҙарҙың уңдырышлығы ла яҡшы кимәлдә, тип билдәләй ауыл хужалығы эшсәндәре. Ҡышҡы культуралар буйынса райондың өс хужалығы гектарынан 33 центнерҙан ашыу уңыш ала.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика