Һауа шарттарының боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, республика баҫыуҙарында эш туҡтамай

Һауа шарттарының боҙолоп тороуына ҡарамаҫтан, республика баҫыуҙарында эш туҡтамай 11.05.2015

Шаран районы хеҙмәтсәндәре иртә культураларҙы ошо арала сәсеп бөтөргә ниәтләй. Әле «ШаранАгроГаз» хужалығы майҙандарында һоло менән арпа ултыртыла.

Шарандар быйыл иртә культураларға өҫтөнләк бирергә ҡарар иткән. 4 мең гектарға яҡын сәсеү майҙандарының туғыҙ йөҙөндә арпа, ике йөҙ гектарҙа һоло сәселәсәк. Ҡалған майҙандарҙа ҡара бойҙай, кукуруз һәм башҡа техник  культуралар ултыртыла. Ужым алты йөҙ гектарҙы биләй. Яҙғы баҫыу эштәре планға ярашлы бара, ти ауыл эшсәндәре.
«ШаранАгрогаз»дар иртә культураларҙы сәсеүҙе 15 майға тиклем тамамларға иҫәп тота. Бының өсөн бөтөн шарттар ҙа тыуҙырылған. Техника төҙөк, яғыулыҡ етәрлек, механизаторҙар махсус әҙерлек курстары үткән. Шулай ҙа кампанияға әҙерлек ҡатмарлыҡһыҙ үтмәне , ти хужалыҡ етәксеһе. Илдәге иҡтисади ауырлыҡтар үҙ төҙәтмәләрен индерә. Быйыл ергә ашламалар ике тапҡырға әҙерәк һалынған.
Республикала сәсеү эштәре 418 мең гектарҙа башҡарлыған. Бер үк ваҡытта ужым культураларын ашландырыу 86 процентҡа һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе эшкәртеү 99 процентҡа тамамланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку