Ашлама ла, йылылыҡ та

Ашлама ла, йылылыҡ та 24.11.2014

Балтас районындағы хужалыҡтарҙың береһе тиреҫкә яңы ҡулланыу тапҡан. Биореактор тип аталған ҡоролма мал ҡалдыҡтарын эшкәртеп, унан тап-таҙа ашлама, шулай уҡ биогаз сығара. Яңы технология ярҙамында аграрийҙар уңышты арттырырға, сығымдарҙы кәметергә иҫәп тота.

Хужалыҡта элек тә тиреҫ тик ятмай ине ти эшсәндәр, ул  ашлама рәүешендә ергә индерелеп килгән. Күптән түгел иһә фермала бөтөнләй яңы дәүер башланған. Мал аҙығы ҡалдыҡтары юғары технологиялы ҡоролмала эшкәртелә.
Һыу ҡушылған тиреҫте артабан насос биореакторға ебәрә. Бөтә процес тап ошонда үтә лә инде. Шыйыҡсаны эшкәртеүҙә махсус бактериялар ҡатнаша, һөҙөмтәлә бер тоннаға яҡын тәбиғи ашлама һәм газ барлыҡҡа килә. Зәңгәр яғыулыҡ реакторҙа кәрәкле температураны тотоуға китә. Ашламаны иһә хужалыҡ етәксеһе ергә индермәксе.
Ҡоролманы сафҡа индереүгә фермер 700 мең һумға яҡын аҡса тотонған. Сығымдар ике йыл эсендә ҡапланасаҡ тип көтә ул, сөнки йыл һайын хужалыҡ 500 меңгә ашлама һатып ала. Киләсәктә артып ҡалған газ өсөн һаҡлағыс алыу ҙа күҙаллана.
Илдар Ғәлләмов, «Вихрь» яуаплығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе: «Ҡоролманың тулы ҡеүәте-тәүлегенә ике тонна ашлама һәм 30 кубометр газ. Әйткәндәй, яғыулыҡтың 70 процентын метан тәшкил итһә, ҡалған 30-ы - төрлө ҡатнашмалар. Шулай итеп, реакторҙы тулы ҡеүәтенә ебәргәс ҡураларҙы йылытырлыҡ газ да буласаҡ».
Әлегә был Республикала органик матдәләр эшкәртеүсе берҙән-бер ҡоролма. Яҡын киләсәктә ул ауыл хужалығы тармағында киң танылыу яулар тип ышана идея авторҙары. Сөнки ҡоролма һәр хужалыҡта ла ҡул аҫтында булған тиреҫтән экологик яҡтан таҙа ашлама һәм газ алыу мөмкинлеген бирә. Һәм биореактор хужаһы ниндәйҙер кимәлдә иҡтисади шарттарҙың үҙгәрешенә бирешеп бармай тип тә әйтергә була.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку