Һарыҡсылыҡты үҫтереү өсөн дәүләт ярҙамы 04.02.2016

Шаран районында йәшәүсе Константин Ғәлимов «Яңы эш башлаусы фермер» программаһында ҡатнашып грант алыуға өлгәшә. Был аҡсаға ул Һамар өлкәһенән Куйбышев тоҡомло йөҙгә яҡын һарыҡ һатып ала. Тармаҡтың табышлы икәнен яҡшы аңлап, ул ошондай ваҡ малдарҙы арттырырға, хужалығын киңәйтергә ниәтләй.

Шаран районының Супай ауылында хәҙер һарыҡ баҡырышҡандарын йыш ишетергә мөмкин. Ҡасандыр төбәктә һүнеп ҡалған һарыҡсылыҡ тармағы ҡабат йәйелдерелә башланы. Был кәсепкә урында йәшәүсе Константин Ғәлимов ныҡлап тотонған. Яңы ғына эш башлауға ҡарамаҫтан, тырышлығы ла күҙгә салына. Эштә балалары ла ярҙамлаша.
Константин Ғәлимов, фермер: «Әлеге ваҡытта минең хужалыҡта Куйбышев тоҡомло һарыҡтар аҫрала. Киләсәккә уларҙың һанын 3-5 мең тиклем еткереүҙе күҙ уңында тотам. Әлбиттә, ваҡ мал һанына ҡарап хужалыҡты ла киңәйтермен».
Әйткәндәй, йүнселгә эште йәнләндереп ебәреүгә дәүләт ярҙамы булышлыҡ иткән. Былтыр «Яңы эш башлаусы фермер» программаһы грантына лайыҡ булған. Ошо аҡсаға Һамар өлкәһенән йөҙгә яҡын Куйбышев тоҡомло ваҡ мал һатып ала. Эштең алға китеүенә бәйле, төбәктә ауыл хужалығын үҫтереүселәр һаны артыуы күҙәтелә.
Әйткәндәй, Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы 10 февралдән ферма хужалыҡтарынан дәүләт ярҙамына ғариза ҡабул итә башлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика