Һарыҡ үрсетеүгә дәүләт ярҙамы

Һарыҡ үрсетеүгә  дәүләт ярҙамы 09.01.2016

Туймазы районы Төмәнәк ауылынан Фазыл Ғәлимов 2014 йылда «Крәҫтиән хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» маҡсатлы программаһында ҡатнашып, грант ала. Был матди ярҙамды ул ферма төҙөүгә һәм ваҡ мал һатып алыуға тотона.

Һарыҡтар асыҡҡан күрәһең, аҙыҡ артынан кемуҙарҙан йүгерәләр. Хужабикә һолоһон һалып өлгөрҙө, йылы һыу ғына килтерергә ҡалды. Төмәнәк ауылынан Роза менән Фазыл Ғәлимовтарҙың ҡураһында йөҙ баш  ваҡ мал иҫәпләнә. Бәрәстәре теремек, ҡышты имен үткәреп киләләр. Тырыш ғаилә ун йыл элек крәҫтиән хужалығы асыу ниәте менән яна башлай. Ләкин бер банк та кәрәкле сумманы кредитҡа бирмәй. Йорт хужаһы иһә маҡсатынан тайпылмай, 2014 йылда дәүләт ярҙамы алыуға ирешә.
Фазыл Ғәлимов һарыҡ үрсетеү менән етди шөғөлләнер өсөн «Крәҫтиән хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» маҡсатлы программаһында ҡатнашырға ҡарар итә. Һөҙөмтәлә йүнсел ентекле яҙылған бизнес-планы менән грант ала. Уға ярашлы, 60 процетлыҡ хөкүмәт ярҙамы ҡаралған. Күләме 5 миллион 700 мең һум була. Был аҡсаға ҙур ферма төҙөлә, ике йөҙ  баш ваҡ мал һатып алына. Хәҙер һарыҡтарҙың һанын арттырыу маҡсаты менән йәшәй шәхси хужалыҡ етәксеһе.
Һарыҡ ите  үтемле, бигерәк тә, ҡорбанға күпләп алалар. Әммә Фазыл Ғәлимов: «Әлегә һатыу менән шөғөлләнә башларға иртәрәк»,- ти. Тоҡомдо башта үрсетергә кәрәк. Эшсе ҡулдар етерлек. Ферма янында, хатта, хеҙмәткәрҙәргә айырым йорт та төҙөлгән. Биналарға ут үткәреп, тирә-яҡты кәртәләп алырға ғына ҡалған.
Ҡуй йылында һарыҡтар бигерәк тә ишәйгән. Бәрәстәр әлегә бикле тора. Нурфәйез Хәсәнов уларға бесәнен дә һала, йылы һыуын да килтереп тора. Тәү ҡарашҡа, мәшәҡәте аҙ кеүек күренһә лә, эше етерлек. Ҡышын-яҙын тыуым артынан күҙ-ҡолаҡ булып тороу мотлаҡ, юғиһә бәләкәстәрҙе тапап китеүҙәре бар.
Утлыҡсаларҙы иһә ике айға бер тапҡыр бесән менән тултырыу ҙа етә. Уныһын да ҡул менән ташымайҙар. Хужалыҡ етәксеһе Фазыл Ғәлимов лизинг ярҙамында кәрәкле техникаһын да һатып алыуға ирешкән.
Ферма етәксеһе Фазыл Ғәлимов башлаған эшен улдарына ҡалдырырға ниәтләй.  «Тырышҡанда - барыһына ла ирешеп була»,- ти уҙаман. Ауыл халҡына ла ярҙам итеп тора. Төрлө байрам сараларында бағыусы булараҡ сығыш яһай.
Хужалыҡта бесән, игенгә ҡытлыҡ юҡ. Булдыҡлы фермерҙың 240  гектар ере бар. Был ҙур биләмәлә өс быуа ла урынлашҡан. Кем белә, бәлки, урында тиҙҙән балыҡсылыҡ та үҫеш алыр. Ғәлимовтарҙың тырыш ғаиләһе был хаҡта пландар ҡора башлаған да инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку