Ҡариҙел районының «Артакүл» хужалығы «500 ферма» дәүләт программаһында ҡатнаша

Ҡариҙел районының «Артакүл» хужалығы «500 ферма» дәүләт программаһында ҡатнаша 04.11.2016

Һөт йүнәлешендәге малсылыҡ фермаһына  инвестиция индереүсенең тамырҙары ла Артакүлдән. Ул хужалыҡты киңәйтеү өсөн 80 миллион һум күләмендә аҡса индергән. Әлеге ваҡытта инвестицияларҙың 40 процент самаһы дәүләт тарафынан кире ҡайтарылған.

«Артакүл» хужалығы үҙ эшмәкәрлеген ошоға тиклем эшләп килгән «Мировой Октябрь» колхозы базаһында 2011 йылда башлай. Хужалыҡтағы 800 баш малдың 320-һе һауын һыйырҙары. Һикһәндән ашыу хеҙмәткәргә эш урыны булдырылған.
Фермаларҙы 60-лап кеше хеҙмәтләндерә. Әлеге ваҡытта  махсус санитар үткәргесе һәм гигиена бүлмәһе булған  бина төҙөлөшө башланған. Бында шулай уҡ ҙур ашханаға ла урын бүленәсәк.
Мал аҙығын хужалыҡта етештерәләр - күп йыллыҡ үләндәрҙән 4 тонна ярым бесән төрөлгән. Был мал башына 30 аҙыҡ берәмеге тигән һүҙ. Йәйгеһен көнөнә 3 тонна, әлеге мәлдә тонна ярым һөт етештерелә. Һөт етештереүселәр  һөт продукцияһын баҙарға сығарыу өсөн махсус завод та асҡан.
Ә был бина - һауым һыйырҙарына тәғәйенләнгән. Уның түшәме яҡты, иҙәне йылы, малдар сылбырға бәйләнмәйәсәк. Мал аҫтын таҙартыу, ваҡытында аҙыҡ биреү, һауыу ҡорамалдары проектҡа ярашлы йыһазландырыла.
Владимир Шестеровтың  был хужалыҡты етәкләүенә 6 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Заман менән бергә атлаусы етәксе төҙөлөш өсөн полистерол бетон һәм пеноблоктар етештерә, үҙенең таҡта ярыу цехын асҡан, хеҙмәткәрҙәргә йорттар төҙөй,тыуған ауылында һыуүткәргес торбаларҙы яңырта. 500 кеше донъя көткән ауылдаштарына социаль ярҙам күрһәтә. «Артакүл» хужалығында  Ҡариҙелде  иң яҡшы биш муниципаль ойошма иҫәбенә сығарыу  өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку