Арбаңды -ҡыш, санаңды йәй әҙерлә 25.06.2015

Республика аграрийҙары мал аҙығы хәстәрләй. Шаран, Саҡмағош һәм Мәләүез райондарында компания тамамланған. Республиканың күп хужалыҡтарында план 50 процентҡа үтәлгән. Ҡырмыҫҡалы районы эшсәндәре баҫыуға 8 июндә төшкән.

Ауыл хужалығы эшсәндәре көндө төнгә ялғап, баҫыуҙан ҡайтмай эшләй. Ашау ҙа ошонда уҡ. Ауыр эштән һуң һурпа, сәй менән тәмле ҡоймаҡтарҙы улар көтөп ала. Рифҡәт Бикмәтов баҫыуҙа 40 йылға яҡын тир түгә. Ергә һөйөү нәҫелдән килә, ти уҙаман.
Рифҡәт Бикмәтов, механизатор: «Техника импортный, яртыһы үҙебеҙҙеке. Улар менән эшләүе еңелерәк. Атайым, әсәйем уолхозда эшләне. Уларҙың юлы менән киттем инде».
Төшкө ял тамамланыуға яңынан техника геүләй башлай. Баҫыуҙың бер өлөшөндә бесән тигеҙ рәттәргә һалынһа, артынса уҡ махсус техника кипкән үләнде рулондарға төрә. Тәүлегенә 80-гә яҡын ошондай прессланған бесән сығарыла. Бер өйөм 50 һыйырҙы туйҙырырға етә.
Ә был комбайн бер юлы ике эште башҡара. Саба ла, рәттәргә лә йыя. Сәғәтенә 25 километр арауыҡты эшкәртә ала. Дөйөм алғанда - техника етерлек. Уңыш та мул.
Айрат Мөхәмәтҡолов, Ҡырмыҫҡалы районының ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Былтыр күп йыллыҡ үләндәр әҙерәк уңыш бирҙе. Быйыл күпкә яҡшыраҡ. Бына был үлән, ваҡытында сабылып, киптерелеп рулондарға һалына. Шуға ла сифаты яҡшы. Шуға ла ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы етерлек буласаҡ».
Ҡырмыҫҡалы районында мал аҙығы әҙерләү буйынса план ҡырҡ биш процентҡа үтәлгән. Хужалыҡтар кәзә, люцерна һәм күстерә үләндәренә өҫтөнлек бирә.
Кәзә үләне шуныһы менән уңайлы, уны баҫыуға сәсһәң 12 йыл буйы уңыш бирә. Бынан тыш, үләнде миҙгеленә бер нисә тапҡыр сабып алырға мөмкин. Әле бында уның тамыры ғына ҡалһа, бер айҙан баҫыуҙы йәшел үлән ҡаплаясаҡ. Быға әлбиттә, һауа торошо ла тәьҫир итә.
Әйткәндәй, һауа торошоноң эҫе тороуы ауыл хужалығына ҡамасауламай. Киреһенсә, бесән эшләүгә көндәр ыңғай булышлыҡ итә. Ә әҙерләнгән сенаж махсус соҡорҙарға һаҡлауға һалына. 5 мең баш һыйыр малы булған фермаға 150 тонна мал аҙығы әҙерләргә кәрәк. Әле бында план 40 процентҡа үтәлгән. Ауыл хужалыҡтары өсөн ҡыҙыу мәл дауам итә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика