Ҡаранйылға ауылының үҙ колбаса цехы буласаҡ

Ҡаранйылға ауылының үҙ колбаса цехы буласаҡ 07.01.2015

Әле проект әҙерләнә, хужалыҡҡа йылҡы малдары туплана. Эште  ауылдан сыҡҡан Әхмәт Аҫылбәков асып ебәргән. Стәрлетамаҡта йәшәүсе йүнсел ауылдаштарына йыш ҡына бағыусы ярҙамы ла күрһәтә.

Хужалыҡ  ауыл уртаһында урынлашҡан. Унда әле малҡайҙар өсөн һарай төҙөлә. Ҡулына балта-бысҡы тотҡан егеттәр- ауылда эшһеҙ ятҡан ир-уҙамандар... Берәүҙәр ҡыҫҡартыуға эләккән. Икенселәр  шәхси хужалығында  мал аҫырап ҡына  көн иткән.
Әле хужалыҡта өс  тиҫтәнән ашыу   ат бар. Уларҙы йөҙ башҡа еткерергә ниәтләйҙәр. Киләсәктә йылҡы малдарын хужалыҡ эшенән тыш,  ҡымыҙ бешеү, ит өсөн дә үрсетеү күҙаллана.
Ҡаранйылға тәбиғәттең йәннәттәй ерендә. Тирә-яғын бейек  тауҙар  уратып алған ауылды йәмләп Мәндем йылғаһы аға. Халыҡты ауыл эргәһендәге баҫыуҙарҙың буш ятыуы борсой. Киләсәктә  уларҙы ҡуртымға алырға ниәтләй хужалыҡ егеттәре. Бында этнотуризм ойоштороу, киләһе йәйҙән шифалы эсемлек етештереү уйы ла бар уларҙа.
Әхмәт Аҫылбәковтың Стәрлетамаҡта  төҙөлөш ойошмаһы бар. Йүнсел унда ла яҡташтарын саҡырып 60 кешегә  эш урыны булдырған. Ә тыуған ауылында колбаса цехы асып  тағы унлап ауылдашын  эш менән тәьмин итергә, халыҡты составы тик иттән генә торған  ризыҡ менән һыйламаҡсы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика