Ҡара сиңерткәләр күбәйеү сәбәпле, Баймаҡ районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде

Ҡара сиңерткәләр күбәйеү сәбәпле, Баймаҡ районында  ғәҙәттән тыш хәл иғлан  ителде 26.06.2015

Район хужалыктары  ере генә  түгел, ә кешеләрҙен бесәнлектәре лә зыян күреүе ихтимал.  Әле ҡара сиңерткәләр төбәктен Һаҡмар буйы яландарына  һөжүм итә.  

Сәсеүҙе матур башлаған Баймаҡ хужалыҡтарынын  яҡшы уңышҡа  өмөттәре юҡҡа сыға күрәһең.  Яуым төшөмлө яҙ айы  күпте вәғәҙәләгәйне. Әммә яңы күтәрелгән сәсеүлектәргә һөжүм иткән  ҡара сиңерткәләр пландарҙы селпәрәмә килтерә.   Яуаплылығы сикләнгән «Толпар» йәмғиәтенен тәжрибәле агрономы Петр Божеховский билдәләүенсә, көндәр артабан да  шулай эсе һәм томра торһа, сәсеүлектәрҙен күп өлөшөн  коткарып булмаясак.
Петр Божеховский, «Толпар» йәмғиәте етәксеһе: «Ауылда шәхси хужалыҡ тотҡандарҙы ла  был хәл  ҡыуандырмай.  Ерҙең бер квадрат метрында ғына  ҡырҡ, ә урыны менән йөҙләгән ҡара сикерткә бар. Көн һайын  улар бесәнлектәрҙе лә юҡ итә».
Рафиҡ Ҡасҡынов, Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе: «Быға тиклем  ауыл халҡы бесәнгә июль урталарында төшһә, хәҙер уларға ла ҡабаланырға тура киләсәк.  Хатта  ошо көндәрҙә  белгестәр ҙә  кешеләрҙе бесәнгә төшөргә өгөтләне. Юҡһа мал аҙығы менән проблема булыуын көт тә тор инде».
Сиңерткәләрҙен әүҙемләшеүе эҫе ваҡыттарга тура килә. Термометр баҫкыстары  егерме һигеҙҙән ашһа, улар һөжүмгә күсә, ти белгестәр. Был ҡоротоусы сиңерткәләрҙең  дым юғалтыуынан   һәм һыуға сарсауынан.  Йәшел үләндәрҙең һабаҡтары уларға тейешле дым бирә.  Бөгөн ҡара сиңерткәләргә ҡаршы көрәшеү өсөн  бөтә хужалыҡтарҙың да көсө етмәй.  Айырыуса  бесәнлектәр һәм айырым сәсеүлектәр химик эшкәртеүгә  һәм өҫтәмә сыгымдарға мохтаж. Көҙгө  уңыштың байтаҡ өлөшөн һаҡлап ҡалыу  Баймаҡ аграрийҙары  алдында  торған  мөһим  проблемаларҙың береһе булып ҡала.  
Гөлнур Ишбулатова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку