Ҡарҙың иртә яуыуы сәбәпле, Башҡортостандың бер нисә төбәгендә уңыш юҡҡа сыҡҡан 10.11.2015

Республика Башлығы күрһәтмәһе менән Баҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондарында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Юҡҡа сыҡҡан сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны - 35 мең гектар самаһы. Шәкәр сөгөлдөрө, рапс, көнбағыш һәм йәшелсәләр һәләк булған.  

Ҡар яуып тороуға ҡарамаҫтан, Благовар районы  баҫыуҙарында техника тауышы бер минутҡа ла тынмай. Әле бында шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу бара. Һуңға ҡалыуҙың сәбәбен хужалыҡ етәкселәре октябрҙең  яуым-төшөмлө тороуы менән аңлата. Шуға ҡарамаҫтан, борсолорға урын юҡ, ти  белгестәр. Сөнки һыуыҡтар торһа ла шәкәр сөгөлдөрө үҙ сифатын юғалтмаясаҡ.  
Ауырғазы районы кукурузды иң күп сәскән  төбәктәр исемлегендә, бында ул ҡатнаш аҙыҡ өсөн дә, орлоҡҡа ла сәселә. Барлыҡ майҙандар  2 мең гектарға яҡын.  Был культура ҡоро йылда ла мул уңыш бирә, шуға уға иғтибар ҙур, ти ауырғазылар.  Тик  быйыл ураҡ эштәре һуңлаған. Хужалар әйтеүенсә, техника ла, эшсе ҡулдар ҙа етә, әммә һауа шарттары ғына ҡамасаулаған.
Республикала быйыл тәүге ҡар етенсе октябрҙә үк яуҙы. Әлбиттә, был хужалыҡтарға ҡыр эштәрен ваҡытында атҡарып сығырға мөмкинлек бирмәне. Шунлыҡтан техник культуралар һәм йәшелсәләр күпләп һәләк булған.
Илдар Насиров, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары: «Бөгөнгә республика буйынса бер мең гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙаһы ҡалды. Эштәр бер-ике көн эсендә тамамланасаҡ. Бер үк ваҡытта көнбағыш һәм кукуруз  менән бер ниндәй ҙә проблема юҡ. Әле был культуралар 30 мең гектарҙа урылмай ҡалған. Әммә шуны әйтергә кәрәк, әлеге юғары дымлылыҡ осоронда эштәрҙе атҡарыу иҡтисади яҡтан отошло түгел. Тотороҡло һалҡындар башланыу менән  комбайндар баҫыуға сығасаҡ».
Ҡарҙың иртә яуыуы сәбәпле, Башҡортостандың бер нисә төбәгендә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.   Һәләк булған сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны - 35 мең гектар самаһы. Зыян күргән хужалыҡтар иһә дәүләт ярҙамына һәм республика бюджетынан компенсацияға өмөт итә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика