Алтын көҙҙөң алтын уңыштары 14.10.2015

Башҡортостан хужалыҡтары Мәскәүҙә үткән «Алтын көҙ» йәрминкәһенән   400-ҙән ашыу миҙал  алып ҡайтты, уларҙың 287-һе алтын, 79-ы көмөш, ҡалғандары бронза.  

Башҡортостандың экспозицияһы күргәҙмәлә иң ҙурҙарҙың береһе була һәм 108 квадрат метр майҙанды биләй.  Унда Республика агросәнәғәт комплексының  бар ҡеүәтен сағылдырған  материалдар урын ала. Ҡеүәтле инвестиция проекттары   хаҡында мәғлүмәт бирелә. Ошонда уҡ презентация фильмы  һәм  инвесторҙар талап ителгән проекттар күрһәтелә.   Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә,  импортты алмаштырыу йүнәлешенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә.   Шул уҡ ваҡытта брендҡа әйләнгән башҡорт балын,  һөт продукцияһын,  ҡош итенән, йәшелсәләрҙән  экспозициялар ҙа ойошторола.  Республиканың күргәҙмәне үҫтереүҙәге   өлөшө юғары баһаланды,  Башҡортостан Хөкүмәте   сараның иң юғары наградаһы  Гран-приға лайыҡ булды.  Был күргәҙмәлә 15-се йыл ҡатнашҡан   Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү институты ла  ошондай уҡ баһа алды. Быйыл «Алтын көҙҙә» илдең 70-кә яҡын төбәгенән һәм 3 тиҫтәгә яҡын сит илдән 2 мең ярым предприятие ҡатнашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика