«Алтын көҙ»

«Алтын көҙ» 16.10.2014

Ауыл эшсәндәренең Мәскәүҙә үткән «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә ҡатнашыуы һуңғы осорҙағы төп темаларҙың береһе булып ҡала. Был тәңгәлдәге тарихи йолаларҙы кире тергеҙеү тураһында тәҡдимдәр ҙә йыш ишетелә. Ни өсөн тигәндә, ВДНХ, йәғни халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһе элек йыл әйләнәһенә тиерлек эшләп килгән.

Әғләм Ғәлимов ғүмеренең ҙур өлөшөн ауыл хужалығында эшләүгә арнаған. Мәскәүҙәге күргәҙмәлә республика яҙлы-көҙлө ҡатнаша торғайны, төрлө тармаҡтар унда сиратлап бара ине, тип хәтерләй ветеран.

1937 йылда Сталин Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәһен ойоштороу тураһындағы Указға ҡул ҡуя. Күп тә үтмәй, СССР Совнаркомы Башҡортостан өсөн айырым павильон төҙөргә ҡарар итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, үҙ павильоныңды төҙөү союздаш республикаларҙан тыш тик Башҡортостан менән Татарстанға ғына рөхсәт ителә. Ҡалған автономиялы республикалар Себер, Алыҫ Көнсығыш, Волга буйы төбәк павильондарында ғына көн күрә. Башҡортостандың 1939 йылда төҙөлөп бөткән павильоны был күргәҙмәләге иң матур объекттарҙың береһе була. Ул саҡтағы «Красная Башкирия» гәзите яҙып сыҡҡанса, 1940 йылда республикабыҙҙың 14 кешеһе алтын һәм көмөш миҙалдар ала. Совет статистикаһы етди алып барылған. Әйтәйек, 1941 йылдың 25 майында миҙгел асылған көндө Башҡортостан павильонын 11 мең кеше килеп ҡарай. Һуғыш башланғас, күргәҙмә ваҡытынан алда ябыла. Ул тик 1954 йылда ғына ҡабаттан асыла.Һуңғы егерме йылда был күргәҙмә йылына бер тапҡыр ғына шаулап ала. Әммә баҙар иҡтисады заманында ул йыл әйләнәһенә эшләргә тейеш, тип бара ауыл хужалығы ветерандары.

Заманаға күптәр һәр ваҡыт зарланһа ла, ауыл уңғандары ҙур-ҙур йорттар төҙөп, шәхси хужалыҡ тоторға тырыша. Бәләкәй генә хужалығында ит, бал етештереп, йәшелсә үҫтереп йәшәүселәр, ҡала йәрминкәләренә килеп, фермерҙар менән йәнәш тороп һатыу итә. Агросәнәғәт ветерандарының халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһен йыл да үткәреү хыялы тормошҡа ашһа, Мәскәү павильондарында шәхси хужалыҡта үҫтерелгән аҙыҡ-түлек тә күренәсәк.

Р.Миндияров


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку