Алдынғы игенсе Борис Фролов

Алдынғы игенсе Борис Фролов 25.10.2014

1984 се йыл. Республиканың  иген  фабрикаһы тип йөрөтөлгән Баймаҡ районы  Ленин орденлы Йылайыр совхоз- техникумы ошо йылдарҙа һәм унан һуң да иң күп уңыш алыуға өлгәшә. Ошо матур осорҙарҙың  шаһиты булып  Башҡортостан телевидениеһы төшөргән матур кинофильмдар  иҫтәлеккә ҡалған.  

Алтын кеүек  йәйрәп яткан һап-һары яландар, тос башаҡлы  игендәр, яланда ысын хеҙмәт кешеләре.  Социалистик хеҙмәт Геройы  Риза Яхин, күренекле агроном  Юрий Моряков һәм  ул ваҡытта йәш, өмөтлө механизаторҙар, буласак игенселәр. Мул игенле  ялан уртаһында баҫып торған оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле йәш  игенселә бөгөн  алдынғы  фермер  Борис Фроловты таныйҙар.  30 йылдан һуң да беҙҙе  оҙон буйлы, ләкин оло сырайлы  тәжрибәле игенсе каршы ала.
Борис Яковлевич  улы Олег менән бергә «Башаҡ»  фермер хужалығын етәкләй.  Дөрөҫөрәге, ул  хужалыҡтын арҡаһы,  нигеҙе. Ғөмүмән бөгөнгө ауыл хужалығын да  ошо кешеләрҙең тырыш хеҙмәте тотоп тора.  Борис Фролов 30 йылдан һуң да  ер өсөн янып эшләгән  кешеләрҙен  береһе булып ҡала. Алдынғы совхоз күптән юҡ, ә ерҙе хужаһыҙ ҡалдырыуы  мөмкинме һуң.  
Эшкә йырлап барған, эштән йырлап ҡайткан саҡтар булды. Ләкин ерҙе яратып эшләгән кешеләр өсөн ул бөгөн дә шулай. Ерҙә әле көслө фермерҙар эшләй. Шулар барҙа ауыл хужалыгынын  ныгынып калыуы  ауылдын киләсәгенә  лә туранан тура бәйле.
Гөлнур Ишбулатова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика