Алдынғы ҡарашлы йәштәр өсөн мөмкинлектәр сикһеҙ

Алдынғы ҡарашлы йәштәр өсөн мөмкинлектәр сикһеҙ 30.11.2016

Сығышы менән Баймаҡ районы егете, бөгөнгө көндә баш ҡалала йәшәүсе  Денис Өмөтбаев интернет селтәрендә башҡорт тоҡомло йылҡы малдарын үрсетеү буйынса үҙ проектын тәҡдим итә. Ул халыҡ менән бергәләп аҡса туплап, йыйылған сумманы маҡсатлы эшкә йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота.  

Туған халҡы рухында тәрбиәләнгән Денис Өмөтбаев киләсәктә үҙ хыялына ирешеү өсөн башланғыс аҙымдар яһағанда инде. Уҙған йылда башҡорт тоҡомоноң Ирәндек төрөнә ҡараған 15 баш ҡолон һатып ала. Әле был малдар Баймаҡ районы Төркмән ауылы янында көтөлә. Бала саҡтан тәбиғәткә, йылҡы малына йылы мөнәсәбәттә үҫкән егет бөгөн ошо малдарҙы күпләп үрсетеү, унан алынған продукцияны маҡсатлы ҡулланыу менән яна. Ошо теләктәрен ул интернет селтәрендә лә бүлешә.
Проект сентябрь айында эш башлай,  әле уның тамамланыуына  бер ай ваҡыт ҡалған. Йылҡы йәнле кешеләр был тәҡдим менән ҡыҙыҡһынып, матди ярҙам күсерә башлаған да инде. Бөгөнгө көндә 150 мең һумдан ашыу аҡса тупланған. Проект шунан ғибәрәт- бер тоҡомло бейә һатып алыуҙа ярҙам күрһәткән кешегә  киләсәктә ике ҡолон бүләккә ҡайтарыласаҡ.  Денистың эшенә нигеҙ һалынған, уға ныҡлап тотоуға халыҡ ярҙамы талап ителә.
Төбәктә йылҡысылыҡ бары тик ҡымыҙ етештереү, ат туризмы йүнәлештәрендә генә үҫешә. Шуға күрә алдынғы ҡарашлы башҡорт егетенең, көньяҡ-көнсығыш райондарын милли һауыҡтырыу үҙәгенә әйләндереү, йылҡысылыҡтан алынған продукцияны сифатлы ҡулланыу  тәҡдиме бик урынлы. Халыҡ көсө менән барлыҡҡа киләсәк изге эш халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләйәсәгенә ышаныс ҙур.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика