Алдағы ял көндәрендә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙа 25.09.2015

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай сауҙа урындарына халыҡта һәр ваҡыт  ихтыяж ҙур.

Берҙән, республика хужалыҡтары етештергән тауарҙар баҙар хаҡтары менән сағыштырғанда, 10-15 процентҡа арзаныраҡ һатыла.  Икенсенән, продукцияның сифаты өсөн хәүефләнергә лә урын юҡ. Сөнки йәрминкә майҙандарында даими тикшереүҙәр ойошторола.  Совет районында иртәгә  көҙгө йәрминкә Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда үтә. Унда республика райондарынан дүрт тиҫтәгә  яҡын хужалыҡ ҡатнашырға теләк белдергән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика