Алда көҙгө һыуыҡтар көтөлә

Алда көҙгө һыуыҡтар көтөлә 05.09.2015

Шуға ла бөгөн баш ҡалала ойошторолған йәшелсә-емеш йәрминкәләренең иң түрендә витаминдарға бай ризыҡтар, дарыу үләндәре ине.  Бигерәк тә мәтрүшкә, ҡара миләшкә ихтыяж ҙур. Алма, ҡарағат, баландан әҙерләнгән ҡаҡ та «һә!» тигәнсе һатылды.

Йүнселдәр ағас, сәскә үҫентеләрен, ер еләге үрсетмәһен дә килтергән. Һуңғыһын тәмләп тә ҡарарға мөмкин ине, еләктең бәләкәй стаканы яҡынса 50 һум.  Ә бына Ҡырмыҫҡалы районынан Динә Мирғәлиеваның мул уңышына көнләшерлек. Һуған, помидор, татлы борос, төҫлө  кәбеҫтә - барыһы ла арзан хаҡҡа! Ханым белдереүенсә, баҡса - уның яратҡан шөғөлө. Шуға аҡса эшләү - тәүге урында түгел. Иң мөһиме, ҙур көс һәм тырышлыҡ һалып үҫтерелгән йәшелсәләр халыҡты ҡыуандырһын.
Был ҡабаҡтарға ҡарап та, көҙгө уңыштың мул булыуын фаразларға мөмкин. Һәр ҡайһыһы 10  килограмдан да кәм түгел. Бер ҡабаҡ яҡынса 250 һумға төшә. Быйыл картуф та күп, ти йүнселдәр. Уның килоһы - 20-30 һум тирәһе. Киләһе аҙналарҙа, бәлки, уға хаҡ тағы ла төшөр. Йәрминкәлә һөт һәм ит продукцияларына ла ихтыяж ҙур. Ә бына балды тәмләп ҡараусылар күп булһа ла, һатып алыусылары аҙ. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда татлы ризыҡ сағыштырмаса ҡиммәт.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика