Һалҡын йәйҙә ҡарбуз өлгөрөрмө?

Һалҡын йәйҙә ҡарбуз өлгөрөрмө? 18.07.2017

Был еләкте үҫтереү өсөн тәү сиратта тәбиғәт шарттары  ҡулай булырға тейеш. Әммә быйыл ҡояш  йылыһын йәлләй тип заралана  Өфө районындағы “Кореана” хужалығы вәкилдәре. Быйыл улар ҙур ауырлыҡтар кисерә, шулай ҙа Башҡортостан ҡарбузы уңышын йыйып алыуға өмөтөн юғалтмағандар.

"Кореана" фермер хужалығында беҙҙең тәбиғәткә яраштырылған ҡарбуз төрҙәрен үҫтерәләр. Уларҙың орлоғон махсус рәүештә Корея хужалыҡтарында   сығарғандар.  Былтыр уңыш 80 тоннанан да артып китһә, быйылғы йәй көньяҡ емеше өсөн үтә лә күп ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы.

Өс гектарға сәселгән еләк фермер хужалығына табыш килтерерме? Әгәр һауа торошо артабан да тотороҡһоҙ булһа, хужалыҡ бер нисә миллион һум  юғалтыу кисерәсәк. Шулай ҙа етештереүселәр бирешергә уйламай һәм көндәр йылытыуға өмөт итә.

Миҙгел һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан,  ҡала урамдарында ҡарбуз һатыу нөктәләре етерлек . Уларҙы күбеһенсә Урта Азия илдәренән  килтерелгән һутлы емеште  һата. Шулай ҙа был осорҙа  ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәткәрҙәре уяу булырға саҡыра.

Әлеге ваҡытта ҡарбуздың  бер килоһы уртаса  егерме һумға һатыла,  ҡауын- ҡырҡ биш һум тирәһе.  Һутлы еләкте һайлай белеү ҙә үҙе бер оҫталыҡ талап итә.

Тотороҡһоҙ һауа торошо әле бер йәшелсә-емеш үҫтереүселәрҙе генә һынамай. Оҙайлы ямғырҙар дөйөм алғанда республиканың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Башҡортостандың 13 районында һауа шарттарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл индерелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку