Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә грант биреү өсөн Башҡортостан 117 миллион 227 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы аласаҡ

Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә грант биреү өсөн Башҡортостан 117 миллион 227 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы аласаҡ 03.03.2016

Төбәктәргә субсидия бүлеү тураһындағы бойороҡҡа Рәсәй хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында йәшәүсе ағалы-ҡустылы фермерҙар  был яңылыҡты ҡыуанып ҡабул иткән. Бер туған Раян менән Илгиз Харуновтар әлегә урындағы емерек совхоз биналарын ҡуртымға алып, малсылыҡ менән шөғөлләнә.

Крәҫтиән-фермер хужалығын етәкләүсе Илгиз Харунов эшселәрен әллә ни йонсотмай, малдарҙы үҙе лә ҡараша. Бигерәк тә, быҙауҙар иғтибар ярата. Улар өсөн айырым ҡура булыуы эште бер аҙ еңеләйткән, бында йылы ла, бесән, мал аҙығы һалыр урындар ҙа етерлек. Әйткәндәй, йүнсел 2007 йылдан һыйыр үрсетә. Тәүҙәрәк малдар шәхси ихаталағы һарайҙа тотолһа, артабан буш торған совхоз аҙбарына күсә. Йүнселгә урындағы хакимиәт ярҙамға килә. Хәҙер фермерҙың хужалығында йөҙгә яҡын баш мал иҫәпләнә. Лизинг ярҙамында техникаһын да һатып алған.
Илгиз Харунов совхоз биналарын ҡуртымға яңғыҙы ғына алмаған, малсылыҡ менән ағаһы Раян да шөғөлләнә. Әлегә ул бында иллегә яҡын баш  һыйыр тота. Шулай уҡ ғаилә бизнесын үҫтереүҙә бер туған ҡустылары Риваль да ярҙамлаша.  Шулай уҡ  ауыл уңғандарына  бында эш урындары ла булдырылған. Электр уты линиялары  үткәрелмәгәнгә күрә, һауынсыларға ғына ауырға төшә. Бар эш ҡул менән башҡарыла.
Шуныһы ҡыҙыҡ, ир-егеттәр мал ҡараған арала, ҡатындары Белоретта иртә таңдан төшкә тиклем һөт һата. Раян Харуновтың тормош иптәше Гөлфинә яңыраҡ  водитель таныҡлығы алып рулдә үҙе йөрөй. Ҡалала сауҙа майҙансығын булдырғандар, һөттөң литрын утыҙ биш һум менән тәҡдим итәләр, магазиндыҡына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ.
Харуновтар  киләсәктә ҡара-сыбар тоҡомло малды ғына үрсетергә теләй. Урындағы халыҡ та гөрләтеп донъя көткән фермерҙарға ҡарап, эшҡыуарлыҡ менән ҡыҙыҡһына башлаған. Берәүҙәр кәртә тултырып мал аҫраһа, икенселәр ағас эшенә тотонған.
Ағалы-ҡустылы Раян менән Илгиз Харуновтар Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында ғына түгел, ғөмүмән, Белорет районында ауыл хужалығын үҫтереү яҡлы. Тәү сиратта улар ҡуртымға алынған биналарҙы һатып алырға ниәтләй. Яҡынса дүрт миллион һум талап ителә. Бының өсөн йүнселдәр дәүләт ярҙамына өмөтләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку