Абруйлы ҡунаҡтар, шифалы мул эсемлектәр 09.07.2015

Был һүҙҙәр тәү сиратта Лев Толстой, Антон Чехов кеүек мәшһүр яҙысылар дан йырлаған ҡымыҙға ҡағыла. Шифалы һәм сихәтле  эсемлек быйыл республикала башҡа йылдарға ҡарағанда күберәк етештерелә. Был ШОС-БРИКС саммитына әҙерлек барышында ла асыҡ күренде.

Хәле көндән-көн насарая барған Антон Чехов ҡымыҙ эсеп дауаланыу өсөн Лев Толстойҙың кәңәше буйынса  1901 йылда Башҡортостанға килә. Йүтәлдән йонсоған яҙыусыға бер айҙан хәл керә. Ҡымыҙ һәм Башҡортостан тәбиғәте Ницца шифаханаһына ла алыштырғыһыҙ булып сыға. Артабан Ялтаға киткәс Антон Павлович Максим Горькийға яҙған хатында: «Аксеновта хәлем шәбәйгәйне, Ялтала тағы йүтәлләй башланым», - тип яҙа. Икенсе бер мәшһүр яҙыусы Мамин-Сибиряк та милли эсемлегебеҙгә юғары баһа биргән. «Шарап, һыра, хәмер кешенең аңын томалай, ә ҡымыҙ ул Хоҙай биргән эсемлек»,- тигән ул.
Өфөгә терәлеп торған был яландарҙа ҡасандыр Дим буйы башҡорттарының ҙур-ҙур ҡорҙары ойошторолған. Тарихи күсәгилешлек дауам итә - баш ҡалабыҙ ШОС-БРИКС саммиты ҡунаҡтарын ҡабул итә. Уларға тәҡдим ителеүсе шифалы эсемлек ҡымыҙҙың төп өлөшө ошо төбәктә етештерелә.
«Ҡунаҡ» атамаһы үҙе үк «ҡәҙерле» тигән һүҙгә бәрәбәрҙер. Ҡымыҙ тигән данлыҡлы эсемлегебеҙҙе әлегә тиклем күберәге Мәскәүҙә йыл да ойошторолоусы халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә  Рәсәйгә, мөмкин булғанда айырым илдәр алдында танытырға тырыша инек. Донъя кимәлендәге ҡунаҡтар был юлы беҙгә үҙҙәре килде.
Өфө районында урынлашҡан 119 -сы йылҡысылыҡ заводы тәүлегенә 680 литр ҡымыҙ етештерә ине. Хәҙер ул 200 литрға арттырылып, 850 литрға еткерелде.
Ҡымыҙ тигәнебеҙ мең мәшәҡәт менән бешелә. Шуның өсөн ҡойоу цехында ғына түгел, яланда ла йылҡы телен аңлаған кеше йөрөргә тейеш. 119-сы йылҡысылыҡ заводына бындай белгес эшкә хатта, Ҡырғыҙстандан килеп  урынлашҡан.
Ҡымыҙ  үҙенсәлекле эсемлек. Ул артыҡ cөсө лә, саманан тыш әсе лә булырға тейеш түгел. ШОС, БРИКС ҡунаҡтарына ул оҡшаһын өсөн «алтын урталыҡ» табылған шикелле.
«Абруй», «дәрәжә», «марка» тигән һүҙҙәр бөгөн үтә лә актуаль. Кемдер уны заманлаштырыу өсөндөр инде, «бренд» тип тә ебәрә. Фәрит Лоҡманов та ҡымыҙҙың сифаты өсөн ныҡ тырышҡан кешеләрҙең береһе. -Уны магазинда иҫкертмәй һата белеү ҙә уңыш нигеҙенең береһе, - ти ул.
Үлән мул үҫте, яҙ һәм йәй башында ҡояш йылыһы ла етерлек булды, - ти йылҡысылар. Етештергән ҡымыҙҙы ҡулланыусыға еткереү яғынан да йыл отошло булмаҡсы. Ни өсөн тигәндә, ШОС, БРИКСҡа оҡшаған донъя кимәлендәге йыйындар бының менән генә сикләнмәй.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика