Һабантуй байрамы уҙған ял көндәрендә Ленинград өлкәһендә һәм шулай уҡ Башҡортостандың бер нисә районында ла үтте  15.06.2015

Ленинград өлкәһендә  ойошторолған милли байрамда концерт номерҙары менән Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе, Башҡортостан һәм Татарстан ансамблдәре һәм ижади коллективтары сығыш яһаны. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры менән «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле республикабыҙҙың ижади программаһын тәҡдим итте. Концерттың бер бүлеге Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланғайны. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы уңайынан сәхнәнән бөйөк фронтовик-шағир Мостай Кәримдең шиғырҙары яңғыраны. Һабантуй майҙанында төрлө ярыштар ойошторолдо. Һәр кемгә тирмәләрҙә һәм этноауылдарҙа милли ризыҡтарҙы тәмләп ҡарарға,  сувенирҙар һатып алырға мөмкинлек тыуҙырылды.    

ХХХ
Баймаҡ районы хеҙмәтсәндәре быйыл яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамланы. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ ауыл хужалығына ҙур зыян килтергәйне. Ләкин быйылғы ямғырҙар ер кешеһенәнә яңы дәрт өҫтәне. Шуға ла  эштәр ваҡытында атҡарылды, шытым да яҡшы. Төбәк һабантуйы Еңеүҙең 70 йыллығы менән Әҙәбиәт йылына бағышланды.  Хужалыҡтар, ауыл биләмәләре ҡорған тирмәләрҙә  милли аш-һыу, мул өҫтәл әҙерләнде.  Рухлы Баймаҡ ерендә  милли уйындарҙы, бил бирмәҫ көрәшселәр майҙаны, ат сабышын да халыҡ дәррәү күҙәтте, спорт ярыштарында ҡатнашты. Граф күле буйында ихлас ял итте.
    
ХХХ
Халыҡтарҙы берләштереүсе байрам Дыуан ерендә лә күңелле үтте. Ауыл эшсәндәре быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен ҡатмарлы шарттарҙа алып барған.  Сөнки туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар  яуаплы компанияның бер аҙ тотҡарланыуына килтергән.  Шуға ҡарамаҫтан дыуандар һабантуйҙы күтәренке кәйефтә ҡаршы алды. Бигерәк тә райондың «Алтын Руно», «Урал-тау», «Ярослав» һәм «Киров» хужалыҡтары сәсеүҙә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән. Һабантуйҙың тантаналы өлөшө хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү менән тамамланды.  

ХХХ
Хәйбулла районы ойошторолоуға быйыл 85 йыл тулды. Урындағы стадионда үткән төбәк һабантуйы тап ошо датаға арнап үткәрелде. Байрам саралары хеҙмәт алдынғыларының парады менән асылды. Үҙенсәлекле флешмобта аҡ халатлылар кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа әйҙәһә, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы Әҙәбиәт йылын тәүмаҡсат итеп алған.  Шулай уҡ коляска эткән йәш әсәләрҙең сығышы ла  байрамға йәм өҫтәне. Хәйбулла районында йыл да билдәләнгән  «Сәсеү батыры» исеменә    крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Игорь Марченко лайыҡ булды. Был көндө шулай уҡ 13 йәш ғәиләгә торлаҡ сертификаттары тапшырылды.

ХХХ
Яңауылда быйылғы һабан байрамы райондың 85 йыллыҡ юбилейына арналды. Алдан иғлан ителгән «Йәмәғәт танылыуы»  акцияһы сиктәрендә сарала иң яҡшы предприятие һәм ойошмалар, шулай  уҡ уңышлы эшләүсе хеҙмәткәрҙәр билдәләнде. Яҙғы сәсеү компанияһы һөҙөмтәләре буйынса беренселекте «Восток» хужалығы яуланы. «Яңауыл - беҙҙең уртаҡ йорт» тип аталған театрлаштырылған тамаша иһә  килгән ҡунаҡтарға бай тәьҫораттар бүләк итте. Сағыу сығыштар төбәк тарихына, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына һәм әлбиттә, ялан батырҙарына арналды. Күркәм саранан һуң халыҡ төрлө ярыштарға тамаша ҡылды. Айырыуса ат сабыштары һәм көрәш кеүек милли спорт бәйгеләре иң күп көйрмәндәрҙе йыйҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика