Һабантуйҙар гөрләй

Һабантуйҙар гөрләй 30.05.2016

Тәүгеләрҙән булып милли байрам Күгәрсен, Әлшәй, Ейәнсура райондарында үтте. Свердловск өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә уҙған ял көндәрендә һабантуй уҙғарҙы.

Әлшәй районында һабантуйға килеүселәрҙе һауанан сәләмләнеләр. Авиашоу төбәктә үткән байрамдың сағыу биҙәгенә әйләнде. АН -2 самолетында бер төркөм десантсылар майҙанға Рәсәй һәм Башҡортостан флагын алып төштө. Байрам ҡунаҡтары күңел асыу сараларында ихлас ҡатнашты. Шулай уҡ бушлай  медицина тикшереүен үтеп, башҡорт балын тәмләргә лә мөмкин булды.
Күгәрсендәрҙең һабан байрамына, ялан батырҙарын хөрмәтләп, ҡунаҡтар күп килгәйне. Уларҙы төбәк халҡы ҡурай, ҡумыҙ уйнап ҡаршы алды. Өҫтәлгә сынаяҡ ҡуйырлыҡ та урын булмаған был табын да, тап ауыл эшсәндәренең фиҙаҡәр хеҙмәте. Байрам парады һабантуйҙың төп үҙенсәлеге булды. Ул һабан тартҡан аттан алып ҡеүәтле  заманса техникаларға тиклемге паркты үҙ эсенә алды. Милли байрамдың төп тамашаһы  булған ат сабышын халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алды. 1800 метр араға юртаҡтарҙа ла, тырантаста ла елдерҙеләр. Ә Өфөнөң Нуғай ауылы эргәһендәге һабантуйҙы  баш ҡалала йәшәүсе Әбйәлил районы йәштәре ойошторҙо. Яҡташтар осрашыуы, эргә-тирәлә йәшәүселәрҙе бергә йыйҙы. Сараға килеүселәр байрам концертына, майҙан тотҡан батырҙарға тамаша ҡылды.
Гөрләп торған майҙанда бағанаға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, гир күтәреү кеүек йолаға әйләнгән ярыштар ҙа уҙғарылды.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Франис Сәйфуллин етәкселегендә республика делегацияһы Свердловск өлкәһе һабантуйында ҡатнашты. Рәсәйҙең тиҫтәләп төбәге вәкилдәре йыйылған байрамда яҡташтарыбыҙ башҡорт халҡының милли йолалары һәм мәҙәниәте менән таныштырҙы, халыҡ кәсептәре, милли кейемдәрен күрһәтте. Башҡортостандың сәнғәт оҫталары һабантуй ҡунаҡтарын сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Башҡортостан вәкилдәре һабантуйҙың йөҙөк ҡашы булған милли көрәш һәм ат сабыштарында ла һынатманы.
Свердловск өлкәһендә һабантуй һәр ваҡыт өлкә губеранторы ҡарары менән үткәрелә.  Май-июль айҙарында байрам өлкәнең 37 төбөгендә уҙасаҡ. Быйыл өлкәлә йәшәүсе  яҡташтарыбыҙ халҡыбыҙҙың милли байрамына 11-се тапҡыр тамаша ҡылды.
Һабантуй республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә лә киң билдәле. Ул Америка Ҡушма Штаттарында ла үтте. Ә инде был аҙнала миили байрам республиканың тағы 33 төбәгендә уҙа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку