Аҙна яңылыҡтары. Һыйыр малына эволюцияның йоғонтоһо тағы ла көслөрәк булыуы ихтимал

Аҙна яңылыҡтары. Һыйыр малына эволюцияның йоғонтоһо тағы ла көслөрәк булыуы ихтимал 30.04.2017

Сөнки бөйрәкәйҙең хужалыҡ хайуанынан бесәй кеүек йорт эсе тәрбиәләнеүсеһенә әйләнеүе бар. Хәҙер бит хөкүмәтебеҙ мохтаждарға социаль ярҙамды ла һыйырлата бирә башланы. Тимәк, ҡураһы булмағандар өй эсендә тоторға мәжбүр була түгелме?  Әллә  һарайы булмағандар социаль ярҙамһыҙ тороп ҡаламы?

Күрәһең шулай. Һыйыр мал аҫрарға шарттары булғандарға ғына бирелә. Хәйер, быны ярҙам тип әйтеп буламы икән? Һыйырҙы зоопаркта ғына күргән ҡала кешеһе генә, был мәшәҡәтте еңел тип уйлап, һөт менән иттең хаҡына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Шуға ҡарамаҫтан, социаль һыйыр тоторға теләүселәр бар. Өфө районының Ҡармасан ауылында йәшәүсе Хөснуллиндар мәҫәлән, былтыр махсус программа буйынса бер баш мал һатып ала. Быйыл ул быҙаулаған.
Билдәле Совет йәнһүрәтендә әйтелгән был һүҙҙәрҙе һәр кем яттан беләлер. Һыйырҙы хәҙер дәүләт бүләккә лә бирә. Тик мал башы менән түгел, ә аҡсалата. Уға ғаилә үҙе һыйыр һатып алырға тейеш.  Шулай уҡ йәнһүрәттәгеләй бөйрәкәйҙе аҫраусы ғаилә ай һайын отчет бирергә бурыслы.
Өфө районының Ҡармасан ауылында йәшәүсе Хөснуллиндар ҙа мәҫәлән, социаль контракт нигеҙендәге адреслы ярҙам программаһында ҡатнашып 50 мең һум күләмендә матди ярҙам алыуға өлгәшә. Был аҡсаға улар тағы 6 мең самаһы аҡса ҡушып һыйырлы була. Быйыл малдың файҙаһы икеләтә артҡан. Бөйрәкәй быҙаулаған.
Хәҙер Хөснуллиндарҙың йортонда ниндәй генә һөт ризығы юҡ. Табындарынан ҡаймаҡ, эремсек, сыр өҙөлмәй. Аҡты төрлө ҡамыр аштарын бешергәндә лә мул ҡулланалар. 25 йылдан ашыу ауыл хужалығында, артабан 14 йыллап балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләгән Миңлегөл Хәбир ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡһа ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Улы менән килененә, ейәндәренә йорт эштәрендә ярҙамлаша.
Хөснуллиндар өс бала тәрбиәләй. Социаль программала улар тап күп балалы йәш ғаилә булараҡ ҡатнашҡан. Әле документтар юллау артта ҡалһа ла, бөгөн улар ай һайын отчет биреү менән мәшғүл. Малды аҫрауға тотонолған иҫәп-хисап эштәрен алып бара.
Тимәк, социаль программа быйыл да тормошҡа ашырыла. Мохтажлыҡҡа ҡарап матди ярҙам шәхсән билдәләнә. Был тәңгәлдә аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, шулай уҡ опекаға бала алған һәм ғаилә ағзаларының береһе инвалид булһа, мөмкинлеге сикләнгән сабый тәрбиәләүселәргә өҫтөнлөк бирелә. Шәхси хужалыҡ тотоусылар, йәғни үҙ эшен булдырырға теләүселәр дәүләт менән өс йылға тиклем социаль килешеү төҙөй. Ғаиләләргә ныҡлап аяҡҡа баҫырға, һыйырлы булырға мөмкинлек булғанда, ярҙам менән  ниңә файҙаланмаҫҡа?! Хөснуллиндар мәҫәлән,  һөт-ҡаймаҡлы ғына түгел, килемгә лә эйә. Һыйырҙың быҙаулауы өҫтәмә бонус ҡына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку