АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Ярҙамға «Меркурий» килә

АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Ярҙамға «Меркурий» килә 10.12.2017

Донъяның иң ҡиммәтле ресторандарында стейк биргәндә малдың ҡайҙа үҫеүе, нимә ашатып һимертелеүе, ҡайҙа һәм ҡасан һуйылыуы тураһында сифат сертификатын да күрһәтәләр. Йәғни, заказ биреүсе ит киҫәгенең тыуғандан алып тәрилкәгә килеп ятҡан мәленә тиклем тарихын өйрәнә ала. Тиҙҙән был мөмкинлек беҙҙә лә барлыҡҡа киләсәк. Дөрөҫ ресторандарҙа түгел, ә мәгәзин кәштәләрендә ятҡан ит тураһындағы мәғлүмәтте белеп буласаҡ. Тиҙҙән  бит ветеринар күҙәтеү электрон форматҡа күсә. «Меркурий» тип аталған системала ауыл хужалығын етештереүсе барлыҡ предприятиелар, күмәртәләп һатыу базалары һәм магазиндар теркәлергә тейеш. Шул рәүешле иттең тере сағында мөңрәгәнме йәки мыяулағанмы икәнен белергә мөмкин буласаҡ. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан. Әҙерме хужалыҡтар был яңылыҡҡа һәм нимә вәғәҙә итә Меркурий?

Өфөнөң «Спорт» һарайы майҙанында шәмбе йәрминкәһе гөрләй. Республика төбәктәренән килтерелгән ит менән сауҙа итеүселәр күп. Ниндәй генә төр юҡ. Мисәтле. Тимәк, ветеринар күҙәтеүе аша үткән. Ә инде киләһе йылдың 1 ғинуарынан ул ғына аҙ буласаҡ. Ит продукцияһын сауҙаға сығарыусы «Меркурий» системаһына инергә бурыслы. Ә ул нимә ул?
Күрәһең, ул яңылыҡты халыҡ бик үк белеп еткермәй. Ә ҡануниәт кәм тигәндә өс аҙнанан үҙ көсөнә инәсәк. Уға ярашлы, продукцияны һатыуға сығарыу тик «Меркурий» системаһы сиктәрендә генә башҡарылырға тейеш. Ул шул уҡ ветеринар таныҡлыҡ. Тик хәҙер ул ҡағыҙ форматта түгел, электрон вариантта буласаҡ. Яңы система үҙ эсенә һыйыр малының мәҫәлән, нимә, ҡайҙа ашағанлығынан алып, ниндәй шарттарҙа аҫралыуын да күҙ уңында тота. Яңы система фермерҙарға документтар тултырыу өсөн ветеринар хеҙмәте менән килешеү төҙөргә йәки аттестация үткән хеҙмәткәрҙе эшкә йәлеп итергә мәжбүр итәсәк.
Махсус штрихкод ярҙамында һатып алыусылар хайуандар ризығының ҡайҙан килеп сығыуы тураһында кәрәкле мәғлүмәт таба аласаҡ. Үҙ көсөнә инәсәк закон республикала 6 мең самаһы предприятиеға, шул иҫәптән 4 меңдән ашыу шәхси хужалыҡҡа ҡағыла. Белгестәр «Меркурий»ҙы көн талабы булараҡ ҡабул итә. Әлеге ваҡытта кибет кәштәләрендә ялған тауарҙар етерлек. Һыйыр һөтөн миҫалға алғанда. Ҡайһы бер предприятиелар бер тонна һөттән, ике тонна самаһы продукция сығара. Нимә ҡушыуҙарын үҙҙәрен генә белә. Ә тауар ярлығы - тәбиғи продукт. Ошо нигеҙҙә, система аҙыҡ-түлек баҙарын көйләргә мөмкинлек биреүе ихтимал. Ҡошсолоҡ, ит-һөт йүнәлешендә махсуслашҡан хужалыҡтарҙан тыш, системаға умартасылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҡушылырға бурыслы. Бынан тыш, ҡаптарға һалынған эремсек, йогурт кеүек күп төрлө һөт ризыҡтары ла ветеринар документтар оҙатыуында булырға тейеш. Урындағы продукциялар менән бер рәттән, сит илдәрҙән килтерелгән тауарҙар ҙа етди контролгә алынасаҡ.
Әгәр инде продукция талаптарға яуап бирмәй икән, ул ҡабул ителмәй. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү бурысы ҡуйыла. Яңы система шулай уҡ, фальсификациянан да һаҡлай. Бынан ары «йүкәле ҡағыҙ» эшләп маташыусыларға «ҡыҙыл ут» ҡабынасаҡ. Уның ҡарауы, «Меркурий»ға теркәлмәйенсә сауҙа итеүселәр административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙары ихтимал.
Бер яҡтан ҡарағанда, был технологияның әһәмиәте ҙур буласаҡ, ти белгестәр. Сөнки ауыл ерендә етештерелгән теге йәки был продукцияның өҫтәлдәргә, ҡайҙан килеп эләгеүен тап «Меркурий» системаһы асыҡларға ярҙам итәсәк. Һәр кем магазин хеҙмәткәрҙәренән продукция таныҡлығын талап итергә хоҡуҡлы. Әйткәндәй, был яңылыҡ шул уҡ алкоголь продукцияһы әйләнешен контролдә тотҡан системаға оҡшаш. Ялған тауарҙан һаҡланыу өсөн.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку