Аҙна яңылыҡтары. Сиңерткәнән икмәк һәм туҡлыҡлы эсемлек

Аҙна яңылыҡтары. Сиңерткәнән икмәк һәм туҡлыҡлы эсемлек 26.03.2017

Израиль инвесторҙары Башҡортостан йүнселдәренә экзотик бизнес төрө тәҡдим итә. Сиңерткә үрсетеп спортсылар аҙығы етештереүсе компанияларға сеймал һатырға. Башҡортостанда дөйәғоштар үҫтерә башлағандарына аптырап бер булдыҡ. Азия һәм француз ресторандары өсөн тәлмәрйендәр үрсетеүҙәренә лә күнектек инде. Селәүсендәр тәрбиәләүселәргә лә хәҙер иҫ китмәй. Һәм йәнә экзотика тәҡдим итәләр.  

Баҡтиһәң, спортсылар өсөн  туҡланыу аҙығы етештереү өсөн протеиндарға бай компоненттар етешмәй. Һәм улар сиңерткә ҡулланырға булған. Үҙ сиратында бөжәктәргә лә һорау артҡан. Израиль ивесторҙары беҙҙән һатып алырға әҙер. Хәйер, беҙ ҙә ҡаршы түгел. Йәй көнө рәхим итегеҙ Урал аръяғы райондары сәсеүлектәренә. Ҡара сиңерткәләр болот булып ҡапланып оса. Хатта, ау ҙа ҡороп ҡуясаҡбыҙ Ә ысынында, ни тиклем тормошҡа ашырлыҡ был проект. Сиңерткә аҙыҡтары Башҡортостан йүнселдәрен ҡыҙыҡһындырырмы?
Ебәк күбәләге ҡарышлауығынан ҡалас, саяндан мармелад, шоколадтағы сиңерткә... Экзотик ризыҡтарҙың ниндәй генә төрө юҡ. Тәү ҡарашҡа, сирҡаныс, ә көнсығыш илдәре халҡының яратып ҡулланған ризыҡтары. Сит тарафтарҙа йәшәгән, донъя гиҙгән яҡташтарыбыҙ бик күп. Венера Кинйәбаева ла тап улар иҫәбендә. Әле яҡташыбыҙ Таиланда йәшәй.
Миллиардлаған ҡытай халҡын тәбиғи бөжәктәр менән туйындырыу мөмкин түгел. Шуға ла сит илдәрҙә сиңерткәләр үрсетеү буйынса ла ҙур-ҙур фабрикалар эшләй.
Баҡтиһәң, уларҙа протеин күләме тауыҡ итенә ҡарағанда күберәк. Организм өсөн мөһим булған тимер, магний кеүек химик элементтарға ла бай. Сит ил фирмалары махсус ҡатнашма, ризыҡтар өсөн сиңерткәләрҙе күпләп һатып ала. Был ауыл хужалығына яңы бизнес йүнәлеше булдырыу мөмкинлеге, ти сауҙа сәнәғәт палатаһы президенты.
Азат Фазлыев, Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты: «Сәнәғәт өсөн беҙҙең республикала бар мөмкинлектәр ҙә ҡаралған. Сиңерткәләр ҙә етерлек. Үлән дә бар. Хәҙер тик эшҡыуар табырға ғына ҡала. Продукцияны ҡулаҡсаға әйләндереү ҙә отошло булмаҡсы. Сусҡасылыҡ һәм ҡошсолоҡ тармаҡтарына индерерлек аҙыҡ та булыр ине. Әгәр ҙә ошо эшкә тотонор эшҡыуарҙар була ҡалһа, Израиль вәкилдәре был технология менән бүлешергә әҙер».
Сиңерткәләр фермаһының булыуы бар яҡтан да отошло, тип һанай ул.  Беренсенән, экзотика менән мауығыусылар, йә иһә үрмәкес, кеҫәртке, терпе кеүек һәм башҡа йән эйәләрен йорт шарттарында аҫраусыларға тере ем. Икенсенән, сиңерткә оно ҡош-ҡортто ашатыу өсөн өҫтәмә аҡһым да булып тора. Ә  бөжәктең ҡалдыҡтары иһә органик азот ашламаһы - ауыл хужалығы өсөн шулай уҡ бик ҡулай.
Берләшкән милләттәр ойошмаһы аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы белгестәре докладына ярашлы, сиңерткәнән бер кило аҡһым алыу өсөн 1,7 килограмм аҙыҡ талап ителә. Шул уҡ күләмде һыйырҙан һауыр өсөн 10 кило аҙыҡ һәм 8300 литр һыу кәрәк. Протеин он етештереү фермаларҙың төп маҡсаты. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, донъяла ике миллиардтан ашыу кеше бөжәк ашай. Бер яҡтан экзотика кухняһын яратыусылар, икенсенән спортсылар үҙ итә. Тәнде формала тотоуҙың бер ысулы булып тора. Илнур Мифтахов сәләмәт тормош яҡлы. Кәүҙәне матур хәлгә килтереү өсөн ул дуҫтары менән спорт майҙансығында ғына шөғөлләнмәй. Шулай уҡ дөрөҫ туҡлана ла. Аҡһымға бай булған ризыҡ ашай.
Ә бына был яңылыҡты әле республика аграрийҙары ғына өнәп етмәй. Башҡортостан өсөн ят күренешкә улар шикләнеп ҡарай. Бығаса ҡара сиңерткәнән ҡотола алмағанда, хәҙер килеп төбәктә ферма тиклем ферма булдырыуҙы улар башына ла һыйҙырмай.
Ҡайһы бер ауыл хужалығы белгестәре лә әлеге инвестиция проектының беҙҙең ерлеккә берекмәйәсәген фаразлай. Тәбиғәт шарттарына тура килеү-килмәүен, урындағы ауыл хужалығына ҡарата ыңғай һәм кире яҡтарын барлау мөһим тигән фекерҙә улар.
Һуңғы ваҡытта ла бит халыҡ араһында экзотика менән мағыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Өй шарттарында ниндәй генә төр бөжәк, йәнлектәр аҫыралмай. Башҡортостанда ла ундайҙар бик күп. Беҙҙең төбәккә хас булған дөйәғош хәҙер инде тауыҡ урынына көтөлә. Был миҫалға килтергәндәрҙең ҡайһы берҙәре генә. Экзотиканың беҙҙең төбәккә яйлап күсеүе, әллә ысынлап та, ер күсәренең әйләнә барыуымы?! Кем белә, бәлки, беҙ ҙә сиңерткә ашай башларбыҙ әле...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку