Аҙна яңылыҡтары. Миңә тай һатып алып бирһәгеҙ, мин һеҙгә ике ҡолон ҡайтарып бирәсәкмен

Аҙна яңылыҡтары. Миңә тай һатып алып бирһәгеҙ, мин һеҙгә ике ҡолон ҡайтарып бирәсәкмен 04.12.2016

Баймаҡ районында тыуып үҫеп әле Өфөлә йәшәүсе егет ошо тәртип менән бизнес ойошторған. Был ниәтен ул башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү теләге менән аңлата. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн биш йөҙ мең һумға яҡын аҡса кәрәк, ти ул. Әле ул күпмелер күләм аҡса йыйған һәм ун бишләгән йылҡы малы  һатып алған. Тоҡомло аттар үрсетеүҙе маҡсат итеп ҡуйған бизнес алға китһә егет үҙе генә түгел, уға ярҙам итеүселәрҙең барыһы ла отасаҡ, тип ышандыра ул.

Ирмен тигән ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тигәндәй Денис Өмөтбаевт та йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү ниәте менән яна. Маҡсаты - таҙа башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү. Йылдар буйы тынғы бирмәгән уйына ул быйыл ниһайәт, ныҡлап тотонорға ҡарар иткән. Интернеттағы махсус сайтта проект булдырып фекерҙәштәр туплай. Сентябрь аҙағынан эш башлаған замандашыбыҙҙың ниәтен тиҫтәләрсә кеше хуплай. Һөҙөмтәлә бөгөнгө көнгәсә 150 меңдән ашыу аҡса йыйыла.
Проект шунан ғибарәт, бер тоҡомло бейә һатып алыуҙа ярҙам күрһәткән кешегә киләсәктә ике ҡолон бүләккә ҡайтарыла.  Денис Өмөтбаев киләсәктә үҙ хыялына ирешеү өсөн башланғыс аҙымды яһаған да инде. Былтыр ул башҡорт тоҡомоноң Ирәндек төрөнә ҡараған 15 баш ҡолон һатып ала. Әле малдар Баймаҡ районының Төркмән ауылы эргәһендә көтөлә. Бала саҡтан тәбиғәткә, йылҡы малына йылы мөнәсәбәттә үҫкән егет бөгөн ошо малдарҙы күпләп үрсетеү, унан алынған продукцияны маҡсатлы ҡулланыу теләге менән йәшәй.
Проекттың үҙенсәлеге - бейә һөтөнән балалар аҙығын да эшләү.  Ғалимдар составы буйынса әсә һөтөнә оҡшаш һөт ҡатнашмаһы етештереүҙе яйға һалыу өҫтөндә күптән баш вата. Күп тапҡырҙар ҡымыҙҙы йыл әйләнәһенә бешеү, уны һаҡлау ваҡытын оҙайтыу, бейә һөтөн киптереү, унан балалар аҙығы етештереү йүнәлеше күтәрелә бирә лә, тағы ла туҡтап ҡала... Төбәктә йылҡысылыҡ бары тик ҡымыҙ етештереү, ат туризмы йүнәлештәрендә генә үҫешә. Шуға күрә алдынғы ҡарашлы башҡорт егетенең, көньяҡ-көнсығыш райондарын милли һауыҡтырыу үҙәгенә әйләндереү, йылҡысылыҡтан алынған продукцияны сифатлы ҡулланыу тәҡдиме бик урынлы. Халыҡ көсө менән барлыҡҡа киләсәк изге эш халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләйәсәгенә ышаныс ҙур. Ә субсидия кеүек дәүләт ярҙамы алыу һорауы әлегә асыҡ ҡала...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку