Аҙна яңылыҡтары. Мал һатып алыусы - инвестор , уны ҡараусы -идарасы, һыйыр үҙе- етештереүсе предприятие, ә дивиденттар инде һөт

Аҙна яңылыҡтары. Мал һатып алыусы - инвестор , уны ҡараусы -идарасы, һыйыр үҙе- етештереүсе предприятие, ә дивиденттар инде һөт 11.02.2017

Юл һалырға кәрәкме? инвесторҙар бирегеҙ, завод  төҙөргәме? инвестицияһыҙ булмай.  Был һүҙ тормошобоҙға шул тиклем беректе, хатта инвесторҙарһыҙ хәҙер ҡыл да ҡыбырлатмайҙар. Нимәлер башҡарыу өсөн ҡайҙандыр ситтән килгән бай ағайҙың ҡалын кеҫәһе кәрәк. Һыйырҙан һөт һауыу өсөн дә хәҙер инвестиция талап ителә. Мал һатып алыусы - инвестор , уны ҡараусы -идарасы, һыйыр үҙе- етештереүсе предприятие, ә дивиденттар инде һөт.   Был хеҙмәттәшлектән барыһы ла ота ғына. Һәр хәлдә мал тәрбиәләүҙе инвестициялау проектын уйлап сығарыусы эшҡыуар шулай тип ышандыра


Рәйхана Йомағолова Шайморатов хужалығы ҡураларында һыйыр һайлай. Малдар Гольштин тоҡомло.Тәүлегенә уларҙың һәр береһенән яҡынса  20 литр самаһы һөт һауып алына.  Тәҡдимде ҡалала йәшәүсе Рәйхана ханым бик ҡыҙыҡһынып ҡабул иткән. Йыйылған аҡсаны һыйырға һалыу бик отошло алым тигән фекерҙә ул.

Һыйыр кәзә түгел, балконда аҫрап булмай. Шуға ла мал ҡураһын ташлап сыҡмаясаҡ. Яңы хужаһына ул, фермала торған килеш тә табыш килтерә ала тип ышандыра проект авторҙары.
лайф

Малдың хужаһы көнөнә 5 литр һөткә дәғүә итә ала. Аҡсалата табыш  көнөнә 130 һумға тиң. Һыйырҙы аҫрау өсөн киткән сығымдарҙы хужалыҡ тотоп ҡала.  Шуға ҡарамаҫтан проектҡа аҡса һалыусылар уны табышлы тип баһалай. Айынан бер һыйырҙан 4 мең самаһы аҡса алыу күҙаллана.  Малға  һалынған инвестиция ике йылда үҙен тулыһынса аҡлай тип өмөтләнә проектта ҡатнашыусылар.

Тоҡомло һауын  һыйырҙы тота килеп һатыуға сығарыу фекере хужалыҡ етәксеһе буштан килмәй. Башланғысҡа бурыс  этәргес бирә. Сәсеү өсөн кредиттың сираттағы иғәнәһен түләү ваҡыты еткәс, уңышлы ғына эшләп килгән предприятиеға  бөлгөнлөккә төшөү ҡурҡынысы янай. Хәлде көйләү маҡсатында хужалыҡ етәксеһе, халыҡтан ярҙам һорай. Әлбиттә бушҡа түгел. Алынған табышты бүлешеү вәғәҙәһе менән.

Вәғәҙә-иман ти халҡыбыҙ. Һүҙҙәр килешеү менән нығытыла. Ҡуралағы һыйырҙың  сертификаты уның хужаһына тапшырла. Хаҡын түләп алынған малҡай табыш ҡына килтерһен. Ә килешеү ике яҡ өсөн дә файҙалы булһын өсөн "кешеләрҙең ышанысы" тигән мөһим  капиталды юғалтмау шарт.

Банк менән мәсьәлә ябылғандан һуң кооперация программаһын башҡа проекттар өсөн ҡулланыу юлдары ҡарала. Кредит һаҙлығына батҡансы, халыҡ менән бергә  етештереү линияларын камиллаштырыуҙы отошло булыр ине тиҙәр хужалыҡта

Рафиҡ Әхмәтшин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку