Аҙна яңылыҡтары. Хәйбуллала йыйылмай ҡалған ашлыҡ ҡар аҫтында ҡалыу ғына түгел, малды ла ҡырған

Аҙна яңылыҡтары. Хәйбуллала йыйылмай ҡалған ашлыҡ ҡар аҫтында ҡалыу ғына түгел, малды ла ҡырған 16.10.2016

Байғусҡар ауылы һыйырҙары иген баҫыуына сығып һыйланғандан һуң эстәре күбеп йығылған. Хужалар урындағы хужалыҡты ғәйепләй. Йәнәһе лә, ашлыҡты алмай ҡалдырған. Ғөмүмән, районда уңыштың байтағы ерҙә ҡалған тип хәбәр итәләр. Ә министрлыҡҡа эш тамам тигән отчет яһалған. Ысынмы был хәбәр, әллә фетнәселәр этлегеме?

Мерәҫовтар бер юлы 13 баш һауын һыйырын юғалта. Ғаиләнең төп таянысы булған малҡайҙарҙан әле тик быҙауҙары ғына ҡалған.
Ул иртәне ауыл халҡы ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй. Йән өшөткөс... Барлы-юҡлы малды һуйып алырға тура килеүе еңел булманы, ти байғусҡарҙар. Юғалтыу ҙа бит аҙ түгел. Баҫыуҙа иген ашап 200-ҙән ашыу эре мөгөҙлө мал ҡазалана. Был хаҡта белгәс тә Байғусҡарға мал табиптары юллана. Дөйөм тырышлыҡ менән аҙмы-күпме һыйыр ҡотҡарып алып ҡалына. 74 малҡай һуйып алына.
Берәүҙәрҙең ҡайғыһында, икенселәр файҙа алырға тырыша. Байғусҡарҙа берәм-һәрәм эре баш мал ҡырылғанын ишетеп-белеп ҡалған күрше өлкә алыпһатарҙары ауылға ябырыла. Ҡоҙғон шикелле улар бер, әле икенсе йорт ишеген шаҡый. Сараһыҙҙан баҙарҙа 40-50 мең һум самаһы торған бер баш һыйыр, уртаса 10 мең һумға ғына оҙатыла.
Әлбиттә, бер баш һыйырҙы аҫрау ғына ла күпме көс талап иткәнен һәр кем аңлап етмәй. Күпме сығым киткәнен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Малдың баҫыуға төшөүе арҡаһында бөтөнләй менән малһыҙ тороп ҡалған ғаиләләр бар. Өҙгөләнеү һөҙөмтәһендә Алһыу Мерәҫованың тормош иптәше лә ауырып дауаханаға эләккән.
Бар бәлә башы тап ошо баҫыуға барып тоташа. Ауыл халҡы әйтеүенсә, малдар урылмай ҡалған иген башаҡтарын ашап ҡазаланған. Ул ғына ла түгел, урында ҡойолоп ҡалған игендәр бик күп. Әлеге ваҡытта улар әле лә ята бирә, хатта ҡайһы берҙәре шыта ла башлаған.
Ваҡиға урынында эшләгән белгестәр эскпертизаға анализдар  ала. Һөҙөмтәләре буйынса йоғошло ауырыу, ағыуланыу осраҡтары теркәлмәгән. Эре малдар бары тик игенде саманан тыш ашап күбенгән.
Бәлә игенде ваҡытында йыйып алмау ҡасафаты. Ауыл халҡы әйтеүенсә, комбайнерҙар ураҡ эшенә яуапһыҙ ҡарап уңышты тәләфләгән.
Ошо урында һорау тыуа. Ни өсөн һуң ауыл хужалығы министрлығы урып-йыйып эштәре рәсми тамамланды тип белдерҙе?! Байғусҡар ауылы эргәһендәге баҫыуҙа ғына уртаса 20-25 гектар майҙан урылмай ятып ҡалған, ти шаһиттар. Әйткәндәй, быйыл республиканың көньяҡ районы уңыштың муллығына һөйөндө. Нисәмә йылдар дауамында уңышҡа наҡыҫлыҡ кисергән ауыл эшсәндәре, бындай уҡ күләмде күтәрә алмағандыр?! Бәлки, шуғалыр ҙа был осраҡта игенде түгеп-сәсеп йыйырға, һауа шарттарына һылтанып гектар-гектар ер ҡалдырырға ла мөмкиндер...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку