Аҙна яңылыҡтары. Быйыл республикала 2 миллион 160 мең гектарҙа сәсеү эштәре башҡарыу ҡаралған

Аҙна яңылыҡтары. Быйыл республикала 2 миллион 160 мең гектарҙа сәсеү эштәре башҡарыу ҡаралған 30.04.2017

Аграрийҙар әйтеүенсә, ҡуҙаҡлы культураларҙың майҙандары бермә-бер арттырыла. Республика сәсеүлектәрендә полба, люпин тигән үҫемлектәр һынап ҡараласаҡ. Айырыуса, ноҡот борсағына өмөт ҙур. Былтыр был ҡуҙаҡлы культураны Дәүләкән районы хужалыҡтарының береһе сәсеп юғары табыш алған.

Баҡтиһәң, ноҡот яҡын көнсығыш илдәрендә  киң ҡулланылған ризыҡ. Ләкин ундағы шарттар борсаҡты күпләп үҫтереү мөмкинлеге бирмәй, күрәһең. Йә ысынлап та, саманан тыш күп ашайҙар. Нисек кенә булмаһын, дәүләкәндәр ноҡотҡа ихтыяж ҙур булыуын аңлап тәүгеләрҙән булып сәсеп тә ҡараған. Килем  көтөлгәндән юғарыраҡ алынған. Быйыл ул хужалыҡ булған яландарына тотошлайы менән ҡуҙаҡлыны сәсмәксе. Ул ғына ла түгел, тәжрибәне республиканың башҡа хужалыҡтары ла  үҙләштерә. Тик бына юғары табыш артынан ҡыуып үҙебеҙ ашлыҡһыҙ ултырып ҡалмаҫбыҙмы? Үҫтереүен  үҫтерербеҙ ҙә, тик  ноҡотто сит илгә  нисек оҙатырбыҙ?
Өфөләге көнсығыш рестораны. Азия аш-һыуҙарын яратыусыларға бында хөрриәт. Тәмлетамаҡтарҙың теләген үтәр өсөн күгәрсен һөтөн дә табырға әҙерҙәр. Шеф ашнаҡсы ла Төркиәнең үҙенән үк саҡырылған. Али Кайа ресторанға килеүселәрҙе көн дә үҙенең авторлыҡ  аш- һыуҙары менән һыйлай. Ләкин яратып бешергәне ноҡот борсағы.  Дөрөҫ, әлегә беҙҙең халыҡтың уға әллә ни иҫе китеп бармай.  Шулай ҙа көнсығыш илдәре граждандарында ул һәр ваҡыт ҙур ихтыяж менән файҙалана.    
Был ҡуҙаҡлыны көнсығыш илдәрендә йәшәүселәр һәр ризыҡта ҡуллана. Тәмле-татлы булһынмы йәки туҡлыҡлы ит ашмы, һәр ерҙә ноҡот борсағын күрергә мөмкин. Күп кенә Азия илдәрендә ул төп ашамлыҡ һәм уға ҡытлыҡ та күҙәтелә башлаған. Тап шуға һуңғы йылдарҙа республика хужалыҡтары , Рәсәй өсөн экзотик һаналған үҫемлектәргә күберәк иғтибар йүнәлтә.  
Һуңғы тиҫтә йыл эсендә Рәсәйҙә ҡуҙаҡлы культуралар етештереү бер ярым тапҡырға артып, хәҙер ул 2 миллион ярым тоннаға яҡынлаша. Ҡыҙыҡһыныу тәү сиратта сит илдәр баҙарындағы ихтыяж һәм тауарға юғары хаҡтар булыуы менән аңлатыла. Әммә үҫтерелгән продукцияны экспортҡа оҙатыу өҫтәмә сығымдар талап итә. Борсаҡты үҙ көсөң менән диңгеҙ портына килтереү уның һәр килограммын яҡынса ике һумға арттыра. Хужалыҡтар өсөн был отошло вариант түгел. Шулай ҙа дәүләкәндәр былтыр ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеүҙең уңайлы юлын тапҡан.  
Шуға ла быйыл республикала ноҡот борсағы майҙандарын 4 мең ярым гектарға тиклем арттырыу ҡаралған. Был йәһәттән белгестәр республиканың экспорт ҡеүәтен юғары тип баһалай.  
Көнсығыш илдәрҙә йәшәүселәрҙең ноҡот борсағын аҙыҡ итеп күпләп ҡулланыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Сөнки ҡуҙаҡлы культуралар файҙалы витаминдарға һәм үҫемлек аҡһымына бай. Бөтә донъяла уларҙы һимереүгә ҡаршы аҙыҡ рационында ҡулланыу тәҡдим ителә. Шулай уҡ һәр төрлө борсаҡтар яман сир, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау алымына ыңғай йоғонто яһай.  
Әгәр ҙә 5-6 йыл самаһы элек Рәсәйҙә 150 мең тонна самаһы ноҡот борсағы йыйылһа, былтыр ул яҡынса ике тапҡырға күберәк үҫтерелде. Уның һәр өсөнсөһө сит илдәргә оҙатыла. Белгестәр иҫәпләүенсә, быйылғы күрһәткестәрҙең тағы ла артыуы көтөлә. Хәйер, бының өсөн йәйҙең эҫе булыуы талап ителә. Ни тиһәң дә, 25-30 градус булғанда экзотик культуранан айырыуса мул уңыш алырға мөмкин.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку