АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Быйыл Истанбулда үткән бөтә донъя умартасылар йыйынында Башҡортостан үҙен планетаның баллы йөрәге булараҡ танытты

АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Быйыл Истанбулда үткән бөтә донъя умартасылар йыйынында Башҡортостан үҙен планетаның баллы йөрәге булараҡ танытты 19.11.2017

Дөрөҫ беҙҙең бал иң татлыһы, шифалыһы. Ләкин йөрәк булғас бит тотош организмды, йәғни донъяны бал менән тәьмин итергә тейеш. Әлегә, Башҡортостан һатыуға сығарырлыҡ ун мең тонна тирәһе татлы ризыҡ етештерә. Умартасыларға донъяуи баҙарға киңерәк сығыу өсөн бер-нисә кәртә ҡуйылған.

Беренсеһе, әлбиттә, сит ил стандарттарына яраҡлашырлыҡ анализ эшләү мөмкинлеге булмауы. Заманса лаборатория Мәскәүҙә генә һәм йүнселдәргә унда йөрөү ҡиммәткә төшә. Икенсенән, беҙҙең бал, хеҙмәт көсө күп ҡулланғанлыҡтан , ҡиммәт. Өсөнсө һәм төп проблема беҙҙең татлы ризыҡта антибиотиктар күп. Ә ундай балды сит илдәр хәҙер алып бармай. Антибиотикты йыш ауырыған нәҙекәйбилдәрҙе дауалау өсөн күп ҡулланабыҙ. Ә уларҙың ауырыуына сәбәптәр күп. Шул уҡ ситтән индерелгән бал ҡорттары менән дә  вирустар тарала. Тиҙҙән был баш-баштаҡлыҡҡа сик ҡуйыла, тип ышандыра депутаттар. Республика парламенты ситтән бал ҡорттары индереүҙе күҙәтеүсе закон проекты тәҡдим итте. Һуңғы ултырыштарҙа ул ҡабул ителер тип көтөлә. Кемдән һәм нимәнән һаҡлаясаҡ был ҡануниәт бал ҡорттарын?

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку