Аҙна яңылыҡтары. Баймаҡ районында төрки халыҡтарҙың милли уйындарының береһе Ылаҡ йылдам тергеҙелә башланы

Аҙна яңылыҡтары. Баймаҡ районында  төрки халыҡтарҙың милли  уйындарының береһе Ылаҡ йылдам тергеҙелә башланы 25.12.2016

Ул хәҙер һәр байрамдың  төп биҙәгенә әйләнде. Халыҡ  уйынын һәр яҡлап үҫтереү  йәһәтенән  ошо көндәрҙә районға Силәбе өлкәһенән  ун дүрт махсус ат алынған. Ылаҡ уйынына Баймаҡтар Ҡырғыҙстанда үткән, «Күсмә халыҡтар фестивалендә» дүртенсе урын алып дәртләнеп ҡайтҡандан һуң ныҡлап тотондо.

Баймаҡ ерендә тергеҙелгән уйынға башта халыҡ ятһынып ҡараһа, һуңынан уның үҙенсәлегенә төшөндө. Ул башҡорттарҙа онотолған милли уйындарҙың береһе. Нисә йылдар, нисәмә быуын вәкилдәре күреп-белеп үҫмәгән «Ылаҡ» уйыны былтыр Баймаҡ районында үткән «Башҡорт аты» фестивале сиктәрендә тергеҙелә. Башланғысты артабан Ҡырмыҫҡалы районы беренсе республика халыҡ «Уйын» байрамы сиктәрендә күтәреп алды.
«Ылаҡ» көньяҡ илдәрҙә ысын ир-егеттәр уйыны тип телгә алына. Ул көкпар исеме аҫтында фестиваль, чемпионат рәүешендә үтә. Сараның талабы буйынса ҡатнашыусылар милли кейемдәрҙә сығыш яһай. Хәүефле ярыш меңдәрсә халыҡты йыя. Яңы-яңы ғына «ылаҡ» серҙәренә төшөнгән баймаҡтарҙың быйыл Ҡырғыҙстанда уҙған Бөтә донъя күсмә халыҡ уйындарында ҡатнашыуы ла шаҡ ҡатырғайны. Уйынды ҡарап, өйрәнеү ниәтендә барған яҡташтарыбыҙ көтмәгәндә дүртенсе урын яулап, 350 мең һумлыҡ призға эйә булып ҡайтты. Был милли уйынды үҫтереүгә йәнә бер ныҡлы аҙым яһалды тигән һүҙ.
Әлегә тиклем баймаҡтар ҡағиҙәләрҙе бер ни тиклем үҙләштергән, әммә һыбайлыны һаҡлаусы махсус кейем хаҡында хатта, уйланылмаған. Бынан тыш, күнекмәләр тәкә менән түгел, ә ҡарасҡы менән уйналған. Халыҡ уйынын үҫтереү йәһәтенән ошо көндәрҙә Баймаҡ районына Силәбе өлкәһенең Верхнеуральск ҡалаһынан ун дүрт махсус ат алынды. Улар әле Ҡуянтау һәм Темәс ауылдарындағы фермерҙарҙа өйрәтелә. Әле Ҡуянтауҙағы тәжрибә хужалығында ете ат Ылаҡҡа әҙерләнә. Ғөмүмән, был аттар бейек, оҙон тояҡлы (или ботло) шәп юртаҡтар. Күбеһенсә, орлов, рус рысак йылҡылары һайлап алынған. Уларҙың башҡорт тоҡомло аттарға ҡарағанда, тиҙлеге шәп. Шулай уҡ был аттарҙың түш тирәһе киң. Ундай арғымаҡтар бер-береһе менән бәрелешкән осраҡта ла бирешмәй икән.
Әлбиттә, Ылаҡ уйынында еңеү яулау өсөн уйынсынан тыш, аттарҙың да роле ҙур. Арғымаҡтар үҙ хужаһы менән берҙәй сығыш яһарға тейеш. Шуға күрә, төрлө күнекмәләрҙән тыш, кеше менән яҡшы мөнәсәбәтте булдырыу өҫтөндә лә эшләйҙәр. Киләсәктә Баймаҡ районында төрлө тоҡомло спорт аттарының бәйгеләрен ойоштороу, халыҡ уйындарын үҫтереү, йәш спортсылар тәрбиәләү йәһәтенән шарттар тағы ла яҡшырыр тип күҙаллана. Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығы айҡанлы республикала башҡарыласаҡ сараларға ярашлы, Темәс ауылында ипподром төҙөү ҙә ҡаралған. Кем белә, бәлки, республикала «Ылаҡ» уйыны киң ҡолас алып, бар ырыу вәкилдәре ярышына әйләнмәҫ тимә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика