Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда илдә беренселәрҙән химик утауҙа ҡулланылған гербицидтар етештереү үҙәге асыласаҡ

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда илдә беренселәрҙән химик утауҙа  ҡулланылған  гербицидтар етештереү үҙәге асыласаҡ 04.02.2018

Өфө ғалимдарының был өлкәлә алып барылған фәнни эҙләнеүҙәре тиҙҙән  сәнәғәт күләмендә етештерелә башлар тип көтөлә. Әлегә инжинирг үҙәгендә ябай колбаларҙа алынған гербицидтарҙы  ҙур  күләмгә күсереү эштәре бара.

Гербицид 130 градустағы герметик ҡорамалда етештерелә. Химик элементтарҙы ҡушҡандан һуң, игенгә зыян килтермәйенсә, сүп үләндәрен тамырынан ҡоротоусы мәтдә алына.
Тензиометр ярҙамында лабораторияла гербицидтың сүп үләндәре япраҡтарына һыланыу миҡдары ла тикшерелә. Ул ни тиклем юғары, сүп үләндәренә ҡаршы көрәш шул тиклем уңышлы. Гирбицид етештереүсе Өфө ғалимдарының төп маҡсаты - ауыл хужалығына кәрәкле тауарҙы сит ил аналогтарнынан арзаныраҡ, һөҙөмтәлерәк итеү, 2-3 тапҡырға зарарлы мәтдәләрҙе  һәм ҡаты ҡалдыҡтарҙы кәметеү.
Быға тиклем  иген баҫыуҙарындағы сүп үләндәренә ҡаршы ҡулланылған гербицидтар Европанан һәм Ҡытайҙан алынған. Яҡынса мәғләүмәттәргә килгәндә, йылына Рәсәйгә 10 тонна химик мәтдә ҡайтарылһа, уларҙың тонна ярымы республика баҫыуҙарында ҡулланылған. Тиҙҙән ауыл хужалығының гербицидтарға булған ихтыяжын Өфө фәнни-тикшеренеү институты ла хәл итә аласаҡ.
Александр Колбин, Башҡортостан фәндәр академияһының гербицидтар институты директоры: «Финанс  етерлек кимәлдә бүленгәндә быйылдан цех ҡорамалдарын урынлаштырырға мөмкин. Лаборатор шарттарҙа эшләнелгән технологияны сәнәғәт күләмендә ҡабатлай алабыҙ. Тик сәнәғәт линияһы өсөн етди проект һәм ҙур финанс сығымдар талап ителә».
Бер йыл гербицид ҡулланмаған осраҡта бөтә баҫыуҙы урап сыҡҡыһыҙ сүп үләндәре баҫа. Шуға ла был өлкәгә ғалимдар етди ҡарай. Лаборатор шарттарҙы гербицид алыу бер, ә сәнәғәт масштабында бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Был инженеринг үҙәгендә лаборатор эш һөҙөмтәләре раҫлана, ә технологияны үҙгәртергә кәрәк булғанда уға коррекция эшләнелә һәм гербицидтар ҙур күләмдә етештерелә. Ә һуңғы этапта улар баҫыуҙарға сығарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку