Аҙна яңылыҡтары. Ауыл хужалығында  үҫемлекселек сәскә ата 09.04.2017

Тәҙрә төптәрендә үрсетмәләр шыта, үҫентеләр баш күтәрә.  Халыҡ күптән инде күңеле менән баҡсала, саф һауала. Түтәлдәр ҡаҙый, ял итә. Ләкин әлегә ете күктән ысынбарлыҡҡа төшөп торайыҡ. Ер эшендә лә  күңелде ҡырырлыҡ мәлдәр юҡ түгел. Бында ла аяҡ салыусылар, алдаусылар, мутлашыусылар бар. Кәм тигәндә сөгөлдөр сәсеп шалҡан үҫтереүең бар. Ҡый үләне орлоғо тоттороп ебәреүҙәре лә ихтимал. Әҙме ни арабыҙҙа кишер япрағы менән тороп ҡалғандар

Бик һирәктәр генә беләлер, әммә  ҡулланыуға рөхсәт ителгән орлоҡтар һәм үҫентеләр исемлеге лә бар беҙҙә. ГосСортКомиссия идаралығы сайтында быйыл сәсеүгә сығарылған бар культураларҙы ла, уны үҫтереү  рөхсәт ителгән төбәктәрҙе лә тикшерергә мөмкин. Ниндәйҙер орлоҡ реестрҙа юҡ икән, тимәк, уның шытыу-шытмауына баҡсасы үҙе яуаплы.
Өфөлә йәшәүсе Ренара менән Мансур Юламановтар өс тиҫтә йыл дауамында  баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Уларҙың утыҙ сутый ерендә алма ағасынан алып ҡыярына тиклем үҫә. Ҡабаҡтарҙың «Великан» сорты хатта, иллешәр килограммдан ашыу тарта.
Юламановтарҙың ике бүлмәле фатиры әле үк оранжереяны хәтерләтә. Шулай ҙа алған орлоҡтары шытым бирмәгән осраҡтары ла булғылай. Бушҡа киткән аҡсалар бер хәл, үҫентеләр өсөн ҡәҙерле ваҡыт йәл, ти баҡсасылар.
Тәжрибәле баҡсасы Лира Хәсәнова матур тышлы ҡаптарға алданып ҡуйырмын тигән уйҙы башына ла индермәй. Борос урынына ят үҫенте һатып алыуын орлоҡтар шытҡас ҡына төшөнә.
Тәжрибәле баҡсасылар  әйтеүенсә, шытымһыҙ  орлоҡтар менән  миҙгел башланыу менән ситтән килеп тулған алыпһатарҙар сауҙа итә. Уларҙың кәштәләрендә буш ҡаптар, ҡиммәтле үҫемлектәр урынына башҡа үлән орлоҡтары тултырылғандары ла булғылай.  Өфө үҙәк баҙары эргәһендә лә үҫенте һәм орлоҡтар менән сауҙа итеүселәр аҙым һайын.
Урам мөйөштәре һайын ағас һәм үҫентеләр тәҡдим итеүселәр эшмәкәрлеген  яуаплы органдар ҙа күҙәтә. Әммә халыҡ араһында тауар күплегенә, реклама сағыулығына алданып бер үк тырмаға баҫыусылар ҙа, һәр аҙымын самалап баҫыусылар ҙа бар.
Белгестәр әйтеүенсә, уңышһыҙ ҡалған бөтә осраҡта ла үҫенте, орлоҡ һатыусыларҙы ғәйепләү дөрөҫ тә түгел.  Сәселгән культураларҙы  дөрөҫ ултыртыу, тәрбиәләү ҙә юғары уңыш һөҙөмтәһе,ти ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Азат Вәлитов.
Сауҙа нөктәләренә сығарылған йәшелсә һәм сәскә орлоҡтары, емеш-еләк биреүсе культуралар сифаты һәр ваҡыт дәүләт контролендә. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса рейдтар барышында 411 административ хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлгән. Уларға ҡарата 190 эш асылған. Халыҡ бындай мут һатыусыларҙан нисек һаҡланырға тейеш?
Орлоҡ һалынған пакеттарҙа һатыусының телефоны, культураның исеме, сорты, партияһының номеры, ауырлығы, иҫәбе, ҡулланыу мөҙҙәте яҙылырға тейеш. Һәр орлоҡҡа ҡарата тап килеү сертификаты ла булыу мөһим. Үҫемлектәрҙә иһә сорты, етештереүсеһе, уңышы хаҡында мәғлүмәт мәжбүри. Документтың ҡулланыу мөҙҙәте көҙгө һәм яҙғы сауҙа миҙгеле  менән билдәләнә.
Тиҙҙән баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл етә. Үҫенте, орлоҡ һайлағанда алданмаҫ өсөн баҡсасыларға йылдар дауамында һаналған һәм ышаныслы ҡулдарҙан ғына һатып алырға кәрәк. Юғиһә, ситтән килеп урам саттарында сауҙа йәйелдереүсе сертификатһыҙ һәм лицензияһыҙ алыпһатарҙар алма ағасы урынына маҡтап-маҡтап башҡа ҡыуаҡ һатып ебәреүе лә ихтимал.
Нисек кенә булмаһын беҙҙең баҡсасылар һәр үҫентегә һәм гөлгә күңел йылыһын, наҙлы тәрбиәһен, көсөн һала. Һәр үҫентене бәләкәй балалай бәпләп күҙ ҡараһылай үҫтереүсе Юламановтар ҙа яҙ  нимә сәскән көҙ шуны урыр, тип ышанғы килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика