Аҙна яңылыҡтары. Атты кем атҡан?

Аҙна яңылыҡтары. Атты кем атҡан? 10.09.2017

Ишембай районында баҫыуға төшкән йылҡы малдарын пневматик ҡоралдан атҡылағандар. Ике бейә үлгән, тағы икәүһе яралана. Ғәйепләнеүсе әле асыҡланмаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре урындағы фермерҙарҙың ҡоралдарын тикшерә. Сөнки, аттарҙы баҫыуға төшөп йөҙөткәндәре өсөн атҡылағандар тигән фараздар бар. Эйе.. Аттар йәл.. Етмәһә, ҡайһы берҙәре сабыш аттары булған тип тә иҫбатлайҙар. Юртаҡтарҙы урамға сығарып ебәреүҙәренә икеләнәм, әлбиттә, әммә мәсьәләне, малдар хатта, баҫыуҙы тапап бөткән осраҡта ла,  былай киҫкен хәл итмәйҙәр. Кеше мөлкәтенә ҡул һоноу закон менән язалана.  Икенсе яҡтан, йылҡы  хужаларының үҙендә лә ғәйеп бар. Малды ҡарауһыҙ сығарып ебәреү ҙә бит закон менән эҙәрлекләнә.  Хәйер, эшләйме һуң ул? Әгәр эшләһә бындай хәлгә юл ҡуйылмаҫ ине. Эшләһә юлдарҙа мал йөрөмәҫ ине. Авариялар, хатта кеше ғүмерҙәре ҡыйылыу осраҡтары теркәлмәҫ ине. Ни өсөн эшләмәй һуң ул закон? Кем яуаплы уның үтәлеше өсөн?

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку