Һаҡлай ҙа белергә кәрәк

Һаҡлай ҙа белергә кәрәк 20.02.2016

Өфөләге «Рассвет» ауыл хужалығы был өлкәлә ике йылдан ашыу эш алып бара. Икенсе икмәкте һаҡлау өсөн заманса келәттәре лә бар. Ләкин быйыл уларға баш ҡала хакимиәте ҡуртым килешеүен оҙайтыуҙан баш тарта.

Был ҡулдар аша көнөнә 30 тоннаға яҡын картуф үтә. Уларҙың сифатлыһы ғына һайлап алына. Илдар Һибәтуллин хужалыҡта механизатор булып эшләһә лә, ҡайһы берҙә  сортҡа айырыу машинаһы алдына баҫырға мөжбүр. Сөнки закадзар арта, эшселәр картуфты тултырып өлгөрмәй.
Бинала һауа температураһын автомат көйләй - компьютер урамдағы температураны билдәләгәс, датчиктар ярҙамында ул яйға һалына. Һауа температураһы 4 градус йылы булырға тейеш. Өс мең тонна картуфҡа иҫәпләнгән келәт әлеге мәлдә бушап ҡалған. Йәшелсә мартта республика һәм күрше өлкә магазин кәштәләренә оҙатылып бөтәсәк. Картуфтан тыш, хужалыҡ кишер, сөгөлдөр ҙә үҫтерә. Етештереү күләмен арттырыу өсөн шәхси эшҡыуарҙар өҫтәмә заманса келәт төҙөргә ниәтләй.
Николай Шляпкин, хужалыҡ башлығы: «Үҙебеҙҙә етештерелгән продукция менән халыҡты йыл дауамында тәьмин итеү өсөн был яҡшы ҡарар. Ләкин хужалыҡ етәкселеге әйтеүенсә, Өфө ҡала хакимиәте ер өсөн ҡуртым килешеүен оҙайтыуҙан баш тарта. Шуға ла улар судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр була».
Хужалыҡ етәкселәре билдәләүенсә, картуф үҫтереү табышлы кәсеп. Бигерәк һуңғы ваҡытта импортты алмаштырыу әүҙемләшкәндә  продукцияға ихтыяж ҙур. Ләкин етештереү кимәлен һәм  сифатты тағы ла арттырырға теләгән хужалыҡтар кәртәләр булғанлыҡтан, аптырап ҡалған. Сөнки был ерҙә улар бер нисә йыл эшләй. Үҙ көстәре менән төҙөгән келәттәре лә ошо уҡ ерҙә. Ләкин сетерекле мәсьәләгә тик суд ҡына аныҡлыҡ индерә аласаҡ, күрәһең...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку