Аҡ халатлылар ярышты 25.06.2015

Табиптар түгел, ә машина менән һауыу операторҙары. Яңауыл районының «Агро-М» хужалығында үткән бәйгелә 18 кеше ҡатнашты. Тәүге этапта - аппараттарҙы һүтеп-йыйыуҙа, әлбиттә, етеҙлек, таһыллыҡ талап ителде. Был ярышта бер кем дә  һынатманы. Ярыштың киләһе этабында һауынсылар һыйыр һауҙы, артабан уларҙың теоретик белемдәре тикшерелде. Ун минут эсендә 20 һорауға яуап ҡайтарырға кәрәк ине. Шулай уҡ был көндө район осеменаторҙары ла үҙ оҫталығын күрһәтте. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар тапшырылды

Рәфит Әнүәров, Яңауыл районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары:  «Райондың машина менән һауыу операторҙары йылына бер тапҡыр булһа ла, ошондай тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына йыйыла. Ярышта иң мөһиме - еңеү түгел, ул иң элек фекер алышыу, аралашыу йәһәтенән әһәмиәтле».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика